Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Сентябрь 2023, 10:05

“Таҙа Ағиҙел” акцияһының икенсе этабы бара

Барығыҙға ла мәғлүм, муниципаль район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашла, районда байтаҡ  йылдар “Таҙа Ағиҙел” экологик акцияһы ойошторолоп килә.

“Таҙа Ағиҙел” акцияһының икенсе этабы бара
“Таҙа Ағиҙел” акцияһының икенсе этабы бара

Уның маҡсаты – республиканың төп йылғаһы булған Ағиҙел йылғаһының беҙҙең районға ағып ингән еренән алып ағып сығып киткән урынына тиклем ярҙарын тәртиптә тотоу. Ағиҙелдең беҙҙең район биләмәһендәге өлөшө райондағы ойошма-учреждениеларға беркетелгән. Хеҙмәт коллективтары яҙыл-көҙлө үҙҙәренә тәғәйен урындарҙы таҙартып тора.

Акция ике этапта үтә: быйыл тәүге этабы 10 майҙан 10 июнгә тиклем, икенсе этабы 15 сентябрҙән 15 октябргә тиклем билдәләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Таҙа Ағиҙел” акцияһының икенсе этабы старт алды.

Төйәгебеҙҙең матурлығы, таҙалығы, төҙөклөгө – беҙҙең ҡулдарҙа.

“Таҙа Ағиҙел” акцияһының икенсе этабы бара
“Таҙа Ағиҙел” акцияһының икенсе этабы бара
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: