Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Май 2023, 10:40

Ауыл өҫтөнән ҙур ут осоп йөрөй башлай... (Нәсиха өләсәй (дауамы)

...Кешеләрҙең йөрәктәренә ҡурҡыу, шом өҫтәп, ауылдың өҫтөнән ҙур ут осоп йөрөй. Уттың ҡойроғо берсә өҙөлә, берсә ялғана. Йәш балалар үлә башлай. Әсәйемдең Ғәзимә, Зәйнәп исемле һеңлеләре аҙна эсендә бер-бер артлы үлеп ҡалалар. Шул саҡ Нәсихә өләсәй: ”Туҡта, Кинйәбикә еңгәнең ҡәберен барып ҡарайым әле, тишек түгелме икән. Тере саҡта бик алама кеше ине, гел ашайым тине лә йөрөнө. Үлгәндә лә ҡаштары йыйырылып ятты. Уның шикелле лә йәмһеҙ мәйетте күргәнем булманы. Беҙ уны ҡаҙаҡлап һалғайныҡ,” - тип һөйләнеп, зыяратҡа китә... Дауамы – артабан.

Ауыл өҫтөнән ҙур ут осоп йөрөй башлай... (Нәсиха өләсәй (дауамы)
Ауыл өҫтөнән ҙур ут осоп йөрөй башлай... (Нәсиха өләсәй (дауамы)

Өләсәй тураһында әсәйем һөйләгән тағы бер хәл аптырашҡа ҡалдыра. Һуғыш ваҡыты була. Бөтөн ир заттары яу яланына китеп бөткән. Кешеләрҙең йөрәктәренә ҡурҡыу, шом өҫтәп, ауылдың өҫтөнән ҙур ут осоп йөрөй. Уттың ҡойроғо берсә өҙөлә, берсә ялғана. Йәш балалар үлә башлай. Әсәйемдең Ғәзимә, Зәйнәп исемле һеңлеләре аҙна эсендә бер-бер артлы үлеп ҡалалар. Шул саҡ Нәсихә өләсәй: ”Туҡта, Кинйәбикә еңгәнең ҡәберен барып ҡарайым әле, тишек түгелме икән. Тере саҡта бик алама кеше ине, гел ашайым тине лә йөрөнө. Үлгәндә лә ҡаштары йыйырылып ятты. Уның шикелле лә йәмһеҙ мәйетте күргәнем булманы. Беҙ уны ҡаҙаҡлап һалғайныҡ,” - тип һөйләнеп, зыяратҡа китә. Ҡәбер, ысынлап та, тишек булып сыға. Өләсәй өшкөрөп, ыҫлы кейеҙ, тимер – томорҙар менән тишекте ҡаплап, ҡаҙаҡ ҡағып ҡуя. Шунан һуң балалар үлеүҙән туҡтай.
Өләсәйебеҙгә үҙ ғүмерендә бик күп ҡайғылар кисерергә тура килә. Яңғыҙ улы, Әбдерәхиме, 1914 йылғы империалистик һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай. Нәсиха өләсәй улын һағынып:
Һары ла ғына сәскә ата
Ҡаран баштарының андыҙы.
Герман һуғышында һәләк булды
Минең генә балам – яңғыҙым, - тип, йәш аралаш һыҡтап йырлап ултырыр булған. Хәкимәһе фажиғәле һәләк була. Уртансы ҡыҙын, Кәримә инәйҙе, ғаиләһе менән Кемерово өлкәһенә һөргөнгә ебәрәләр. Ғүмеренең буйына ғәзиз балаһын бер күрергә зар – интизар булып, йөрәге һарһылып йәшәй ул. Оҙаҡ ауырығандан һуң Хәмзә олатай ҙа үлеп ҡала. Эргәһендә оло ҡыҙы, Аҫылбикә өләсәй (әсәйемдең әсәһе), кесе ҡыҙы Нәғимә инәй тороп ҡала. Ауырлыҡтарға бөгөлөп төшмәй өләсәйебеҙ. Ейән – ейәнсәрҙәрен яланғас итмәйем тип, киндерҙән күлдәк-ыштандарын да, хатта итектәр ҙә тегеп кейҙерә. Тыуған ауылы Ғәлиәкбәрҙәге Таҡыясусаҡ ҡаялары һымаҡ ғорур, күп балаларҙың кендек әбейе, аҡыл эйәһе, ил инәһе Нәсихә өләсәй балалары, ейән – ейәнсәрҙәре өсөн һәр саҡ ҡалҡан булып торған. Быуындан – быуынға тапшырыла килгән халыҡ аҡылын, тәрбиәһен балаларына биреп ҡалдырырға тырышҡан. Өләсәйебеҙ 1945 йылдың май айында был яҡты донъя менән хушлаша. Әсәйемдең хәтерләүҙәре буйынса, ирҙәр һуғыштан ҡайтып етмәгәнлектән, Күсәпов Ғимран олатай менән 14 – 15 йәшлек малайҙарҙан башҡа ауылда ҡәбер ҡаҙырға кеше лә булмай. 14 йәшлек Фатима инәйем менән 12 йәшлек әсәйем Нәсихә өләсәйҙе үгеҙгә тейәп, зыяратҡа алып китәләр. Кәшәленең зыяраты йыраҡ ҡына. “Ҡабаҡтарҙы үрелгәндә, өләсәйем ике тапҡыр ҡабыҡтан ысҡынып төшөп китә яҙҙы. “Өләсәй, беҙҙе ғәфү ит инде,” - тип күтәреп һалдыҡ тип, хәтерләр ине әсәйем.

Шәһүрә Әхмәҙиева (Ишмөхәмәтова).

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: