Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Май 2023, 10:30

Балалары махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ тауҙарына алып сыҡҡандар...

  ...Бөгөн минең рәхмәт әйткем килә... Ошо йәшкә еткәнсе, донъя көтөп, эштә булып, балалар үҫтереп, эргәләге тәбиғәткә сығырға ваҡыт тапманым. Эш тә эш, тип йәшәнек. Әллә кемдәрҙең ҡырға сығып ял иткәндәрен ишеттек, беҙгә лә шулайтып ял итергә булалыр, тип уйламаныҡ та. Бына ошо йәшемә етеп, тәүгә тәбиғәткә ял итергә сыҡтым - беҙгә матур сәйәхәт ойошторғандарға рәхмәт әйтәм. Шундай ҙур тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Хатта һүҙем дә етмәй. Әллә ысын булды, әллә төш кенә. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Балалары махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ тауҙарына алып сыҡҡандар...
Балалары махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ тауҙарына алып сыҡҡандар...

Ауыл мәсетендә уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар менән, балалары һуғышта ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе лә ойоштороп, ҡурсаулыҡ тауҙарына күтәрелдек. Ул тауҙарға таяҡҡа таянғандар, бәлки, ошоғаса менгәне лә булмағандыр. Үҙем һаман аптырайым.
Иҫ китмәле тауҙар, иҫ китмәле ваҡыт булды был. Ҡайһындай ел көндө лә, беҙ зухр намаҙ уҡығанда, шундай булды бер ваҡыт: япраҡ та һелкенмәне, ағас та шауламаны. Тау башынан тирә-яҡты күҙәтеп, шундай матур ерҙә йәшәгәнебеҙгә һоҡландыҡ: ер менән күк бергә тоташҡан һымаҡ. “Ни пером описать, ни словами передать” тип русса ғына әйтәм.
Ошондай мәлдә был донъяға нимәгә килгәнең, бер Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылып йәшәргә тейеш икәнен хаҡында уйланаһың.
Башҡа яҡтар ныҡ исрафланған, бында шундай йәшеллек, тәбиғәт бысранмай һаҡланған. Хәтәр матур. Ошолай ғына һаҡланһын инде.
Арадый тауындағы күлгә барып етә алманыҡ.
Музейҙы, вольерҙы күрҙек, 5 кешебеҙ Оҫҡондойҙа һыбай маршрут буйлап йөрөнөләр. Уларҙың күңелдәре булып, ҡыуанып ҡайттылар.
Ошондай ял итеүгә ярҙам иткән мәктәп директоры И. Үтәбаевҡа, ҡурсаулыҡ директоры А. Бейембетовҡа, оҙатып йөрөгән ҡыҙҙар-егеттәргә ҙур рәхмәт.
Иң ҙур рәхмәтебеҙ мөғәллимә апайыбыҙға. Аллаға шөкөр, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла тотонор ебебеҙ бар. Ойоштороп алып йөрөгән мөғәллимә апайыбыҙ бар.
Мәсеткә уҡыуға йөрөгөҙ.
Әллә ҡайҙа ял итергә урын эҙләп йөрөмәгеҙ. Үҙебеҙҙәге матур урындарҙы күреп, йөрөп ҡалығыҙ.
Беҙ булған ерҙәрҙә башҡаларға ла йөрөргә яҙһын.

Вәсилә Ғәйнуллина.

Балалары махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ тауҙарына алып сыҡҡандар...
Балалары махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ тауҙарына алып сыҡҡандар...
Балалары махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ тауҙарына алып сыҡҡандар...
Балалары махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ тауҙарына алып сыҡҡандар...
Балалары махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ тауҙарына алып сыҡҡандар...
Балалары махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ тауҙарына алып сыҡҡандар...
Балалары махсус операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе ҡурсаулыҡ тауҙарына алып сыҡҡандар...
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: