Был рух сараһында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БР "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Әлибәков, БР Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов, күренекле дәүләт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Бөрйән районының Почетлы гражданины, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәләф Ишморатов, филология фәндәре докторы, ғалимә Зәйтүнә Шәрипова, медицина фәндәре докторы Фәнил Шәмиғолов, ғөмүмән, Бөрйәндә тыуып-үҫеп, Өфөлә йәшәүсе билдәле шәхестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, артистар ҡатнашты.
-Бик яуаплы, ҡатмарлы һәм күмәк көс талап ителгән эш башҡарылды. Был китап Ә. Сөләймәнов музейы етәксеһе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова етәкселегендәге эшсе төркөмдөң фиҙакәр хеҙмәте менән баҫылып сыҡты. Тарихи мәғлүмәттәрҙе йыйып, уны киләсәк быуындарға еткереүҙә бар район халҡы, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҡатнашты.
Район тарихын һәм уның шәхестәрен яҙыуға үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Беҙ райондың тарихын белергә һәм һаҡларға тейешбеҙ.
Форсаттан файҙаланып, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәренә, Өфө ҡалаһында йәшәүсе барлыҡ яҡташтарыбыҙға сарала ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бындай осрашыуҙар күберәк булһын. Артабан да берҙәм булып, иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға яҙһын! – ти район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов.
(Был турала тулыраҡ “Таң” гәзитендә уҡырһығыҙ).