Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Май 2023, 12:20

“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”

Ситтән килеп Бөрйәндә әҙерәк йәшәп киткән кешеләр уны онота алмай, ҡабат-ҡабат килә, һағынып һөйләй. Үрҙәге һүҙҙәрҙе Бөрйәндә йәшәп киткән Гөлсөм Монасипова яҙған. Ғөмүмән, Бөрйән хаҡында бик матур итеп яҙған Гөлсәм Мөбәрәк ҡыҙы. Тулыраҡ – артабан.

“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”
“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”

Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!
Һәр аҙым, һәр ҡая, ағас легенда һаҡлаған урындарҙа беҙҙең дә тормош һуҡмаҡтары апаруҡ йүрмәләнеп ташланған икән шул: улымды әрмегә оҙатып, көтөп алыуҙар, оло ҡыҙымдың мәктәпте тамамлап, тәүге хеҙмәт юлы, бәләкәсемдең тәүге уҡыу йылдарына илткән тәпәй эҙҙәре, экскурсиялар, велопоходтар, бөрө, еләк, бәшмәк йыйған һуҡмаҡтарҙан туҡылған яҙмышҡа ҡыҙым менән тағы аяҡ баҫтыҡ. Ҡасандыр тап Бөрйәндән Парижғаса, Бөрйәндән Байкалғаса сәйәхәттәребеҙ ҙә ошо урындан башланғайны.
Тәүгә Аҡбуҙат һынын күрҙек, Йылҡысыҡҡан, Ығышма күлдәре, Бабсаҡ бей ҡурғаны, Шүлгән-таш мәмерйәһе сихрилығына ҡағылдыҡ, заманса ҡоролған палеонтология музейына сәфәр ҡылдыҡ. Бихисап дуҫтарҙы барланыҡ, улар менән табындаш, парадташ булдыҡ, усаҡташ булып өлгөрҙөк. Хәтирәләрҙе яңыртып ҡына йөрөү - беҙҙең тәүмаҡсат та түгел ине, шуға ла яңы тойғоларға ла ирек бирҙек, ҡайһы нәмәләргә икенсе күҙлектән дә ҡарап маташтыҡ, яңы йолаларға юл һалдыҡ, яңы уйҙарға тарып өлгөрҙөк.
Бөрйәндәрҙән күп нәмәгә өйрәнергә була: һәр көнөңә ҡыуанып, шөкөрәнә итеп йәшәргә Фәйрүзә апайҙан ҡабул ҡылһаҡ, Зәбирә Мөлөк ҡыҙында һәр ҡунаҡҡа Хоҙай илсеһе тип ҡарап, ихласлыҡ күрһәтеү миҫалын күрҙек. Минзиә апай - заманға яраҡлашып йәшәү һәм эшләү өлгөһө. Миллилегеңде һаҡлау, юғалтмау, рухыңа тоғро булыу - Минзиә Рауил ҡыҙының кредоһы. Бер Айһылыу ниндәй генә булһа ла, үткән юлдарға (үткән бит инде!) рәхмәтле булырға, икенсе Айһылыу бирешмәҫкә, ныҡлы булырға, юҡ-бар мәшәҡәттәрҙән өҫтөн булырға кәрәклеген аңғартты. Былар барыһы ла аҡыллыға ишара, әлбиттә, ә бергә сәйәхәт ҡылған, әлегә тормош таңында иҙерәгән Гөлшат ҡыҙыма ысын тормош дәресе лә булғандыр, тим. Ошоларҙың барыһы өсөн дә Бөрйәнгә һәм бөрйәндәргә рәхмәт!

Бында – Бөрйән!
Әле уҡылмаған
Эпопея һәр бер һуҡмағы.
– Экзотика! – тимә,
шул тарихты
Булдыра алһаң, уҡы туҡталып...
«Швейцария» тиҙәр.
Юҡ, Бөрйән был –
Оло Уралымдан бер сатҡы.
Шул сатҡыны күрә алһа ғына
Ултыртыр ул түргә ҡунаҡты.
Шағир Самат Ғәбиҙуллин менән килешергә генә ҡала!

Гөлсөм Монасипова.

“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”
“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”
“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”
“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”
“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”
“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”
“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”
“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”
“Швейцарияла булып ҡайттым! Бөрйәнде "икенсе Швейцария" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тап шунда!”
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: