Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Апрель 2023, 08:25

“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты

25 апрель көнө «Торатау» Конгресс-холында «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты, наградаларға лайыҡ булды. Тулыраҡ артабан.

“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты
“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты

-Форумдың пленар өлөшөндә ауылдар конкурсты ойоштороу комитетының дипломдары менән бүләкләнде, ә әүҙемдәргә Башҡортостан министрлыҡтарының, ведомстволарының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Артабан конференцияға ярашлы, «Айыҡ ауыл» конкурсының төп йүнәлештәре булған өс тема буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр үтте.
Һәр район тәжрибәһе, эш алымлары менән уртаҡлашты һәм үҙ идеяларын башҡаларға тәҡдим итте.
Был конкурс бик кәрәкле, сөнки халыҡ берләшә, сәләмәт тормош алып барырға тырыша, традицияларҙы, халыҡ йолаларын тергеҙә.


Конференцияла беҙҙең райондан Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Манапов Ғәзиз Миниәхмәт улы, Бөрйән башҡорттары ҡоролтай рәйесе Шәрипов Айгиз Юлай улы, Аҫҡар ауыл биләмәһе башлығы Юлдашев Ғәни Ғәле улы һәм Исламбай ауыл китапханасыһы, ауыл старостаһы Әхмәтйәнова Флүзә Батыр ҡыҙы барып, ҡатнашып, дипломдар менән бүләкләнделәр.
Әлбиттә, был дипломдар бөтәбеҙҙең дә, ауылдаштарымдың уртаҡ эш һөҙөмтәһе. Берҙәмлектә - көс!
Алда яулайһы үрҙәребеҙ, уңыштарыбыҙ күп булһын!!!
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! – тип хәбәр итә Исламбай ауыл китапханаһы хеҙмәткәре, был конференцияла ҡатншаыусы Флүзә Әхмәтйәнова.

“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты
“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты
“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты
“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты
“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты
“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты
“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты
“Торатау” Конгресс-холында үткән ҙур конференцияла беҙҙең райондан да делегаттар ҡатнашты
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: