Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Апрель 2023, 09:30

Ҡыпсаҡтарға – афарин!

Ҡыпсаҡ (Әбделмәмбәт) мәктәбе һәм филиалдары коллективтары Рамаҙан айында бик изге ғәмәл ҡыла... Тулыраҡ – артабан.

Ҡыпсаҡтарға – афарин!
Ҡыпсаҡтарға – афарин!

Әбделмәмбәт мәктәбе һәм филиалдары коллективтары Педагог һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторолған “Яҙ килтергән наҙҙар” тигән район фестивалендә уңышлы сығыш яһағандан һуң, был көндәрҙә Ҡыпсаҡ, Ҡолғана һәм Килдеғол ауылдары халҡын үҙҙәренең бик матур һәм эстәлекле сығыштары менән ҡыуандыра.

 

Көндөҙ балаларға белем биреп, кискеһен концерт ҡуйып, махсус хәрби операциялағы Бөрйән егеттәре өсөн аҡса туплаусы коллективтарға афарин!

Әйткәндәй, бөгөн улар Әбделмәмбәттә, иртәгә Килдеғолда сығыш яһаясаҡ.

 


Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: