Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Февраль 2023, 15:35

КҮРШЕ ХАҠЫ... Ф. Ғазин.

  Әбделбар ҡалтыранған ҡулы менән шыр­пыһын һыҙҙы – уныһы ялт итте лә һүнеп ҡалды. Тәҙрәнән уға кемдер ҡараған кеүек  тойолдо. Ул шырпыһын тиҙ генә һүндереп, өй мөйөшөнә һырынды. Күпме көтһә лә, өйҙән сығыусы әҙәм заты күренмәне. Өйҙә йырлауҙар, бейеүҙәр дауам итте. Артабан – сайтта.

КҮРШЕ ХАҠЫ... Ф. Ғазин.
КҮРШЕ ХАҠЫ... Ф. Ғазин.

Ҡаланы белмәйем, ауыл ерендә яҡшы күршеһеҙ йәшәү бик ауыр. Һөйләшер, кәңәшер, күңелеңде туйғансы бушатыр, ҡайғы-шатлығыңды уртаҡлашыр кешең шул күршең инде.

Хәйер, ҡапыл йомошоң төшһә, бер семтем тоҙ, йә ҡап шырпы өсөн ете тау артында ятҡан туған-тыумасаңды йә дуҫтарыңды эҙләп йөрөп булмай ҙа инде. Шунда бар нәмәне күршеңә япһараһың. Боронғолар ҙа бит буш­ҡа «күрше хаҡы – тәңре хаҡы» тимәгәндер әле.

Азамат бына күршеһенән уңманы. Әйткәндәй, күршеләре уңда, һулда, ҡаршыһында булһа, бер ҙә аптырамаҫ ине. Барыбер үҙенә ҡуш булырҙайын табыр, уның менән килешер ине. Уның хәл икенсерәк ине шул – ул нигеҙ ҡорорға әҙерләнгән ерҙә күрше булып берҙән-бер өй генә етемһерәп ултыра ине.

Күршеһе менән тәүге осрашыу нигеҙ бағанаһына ер ҡаҙығанда булды. Ҡамыт аяҡлы, ыржай танаулы, нисектер, йәй уртаһы булһа ла, ҡалын ҡара свитер, үҙенән дә ҙур кирза итек кейеп алған күршеһе уға, айыу күргәндәй, аптырабыраҡ ҡарап торҙо ла: «Һин унда нимә юғалттың?» – тип уның нимә эшләп йөрөгәнен аңламаймы, әллә мыҫҡыллапмы һорап ҡуйҙы.

– Бынау ергә нигеҙ ҡорорға ине иҫәп, – тип Азамат аптыраңҡырап яуапланы.

– Нигеҙ ҡорорға, нигеҙ ҡорорға, уға рөх­сәтең бармы һуң? – Теге әҙәм уға быяла һымаҡ төҫһөҙ күҙҙәрен текләне.

– Нишләп булмаһын ти, – тип ҡыҙыу хо­лоҡло Азамат гөлт итеп ҡалды. – Рөхсәт-мөрөхсәт һорап йөрөргә кем һин?

– Ипләп, ҡустым, ипләп. Нимә бушҡа ярһыйһың. Минме, мин анауы өйҙөң хужа­һы, – тип әҙәм теге яңғыҙ өйгә маһая бире­берәк бармағы менән төртөп күрһәтте. – Бы­на һин кем – белмәйем. Бәлки, һин нигеҙ ҡо­роу һылтауы менән берәй этлек ҡылырға йөрөйһөңдөр әле?

– Мин... мин ни, күршегеҙ инде. Мине ғәфү итегеҙ. Ҡыҙҙым да киттем. Таныш бу­лайыҡ, Азамат, – тип ул ҡулын күршеһенә күрешергә һуҙҙы.

Ләкин күршеһе уға ҡул биреүҙе кәрәкле тип тапманы. Ул ғына түгел «күрше, имеш, кем уға нигеҙ ҡорорға рөхсәт итте икән» тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә өйө яғына туңҡаңланы. Тәүге осрашыуҙа уҡ шулай күрше­һе уға ауыр тәьҫир ҡалдырҙы. Хәйер, икенсе осрашыу ҙа әллә ни рәтле булманы.

Күршеһе уның эргәһенә килгәндә ул бу­ласаҡ нигеҙ урынындағы ағастарҙы киҫеү менән мәшғүл ине.

Һүҙ тағы иҫәнлек-һаулыҡ һорашыуҙан түгел, ә рөхсәттән башланды. Теге хәҙер ағастарҙы ҡырҡыуға рөхсәтең бармы, тип бәйләнде. Азаматтың был әҙәмгә йәне ныҡ көйһә лә түҙҙе. Уның тупаҫ, мәғәнәһеҙ һо­рауҙарына ыңғай яуапланы. Шулай күршеһе менән тәүге көндән үк тәмһеҙләшкеһе килмәне. Ә тегеһе ул тауышланмаған һайын ҡо­торҙо ғына. Ағастарҙың һәр береһен йыбан­май сүкелгән-сүкелмәгәнлеген яйлап, иғтибар менән тикшереп сыҡты. Бәйләнер нәмә тап­мағас, тирләй-бешә бер сәғәттәй был урында өй һалып булмағанлығын иҫбатланы. Шунан: «Һин лутсы, ҡустым, бында ыҙалап ваҡыт уҙғарып йөрөмә, өй һалырға йүнлерәк урын эҙлә», – тип һүҙен ослап ҡуймаһынмы.

Күршеһенән бөтәһен көтһә лә, ошолай асыҡтан-асыҡ был тирәнән уны ҡыуа баш­тар тип Азаматтың башына ла кермәгәйне. Шуға бер нисә минутҡа телһеҙ ҡалды. Асы­уынан нишләргә белмәй урынында зыр әй­ләнде.

– Һин... ағай... Һин, ағай... давай минең эшкә ҡыҫылып йөрөмә, – тип асыуынан уның теле саҡ әйләнде. – Нимә эшләргә үҙем беләм.

– Мин һүҙемде әйттем, ҡустым, оло һү­ҙен тыңламаған оролған да бәрелгән, тиҙәрме әле, – тип күршеһе китеп барҙы.

 

***

Әбделбар үҙен егет алдында тыныс тот­һа ла, шығырлап-сыйылдап торған ҡапҡаһы­нан ингәс тә икенсе кешегә әүерелде лә ҡуй­ҙы. Егеткә йыйылған асыуын ҡатынына тө­шөрҙө.

– Нимә һерәйеп баҫып тораһың, ашарға бешер, – тип екеренде.

– Һуң, һуң, яңы ғына ашап сыҡтың да инде, – тип бисәһе бәләкәс кенә күҙен селт-селт йомғолап аҡланырға маташты.

– Ашап сыҡтың... Ысынлап та, ашаным шул. Тамам теге ҡолға мейене бутаған икән, – тип үҙе лә аптырап ҡуйҙы.

Ысынлап та, егет бында күренгәндән алып уның йоҡоһо – йоҡо, ашы аш түгел ине инде. Тыныс тормошо боҙолдо. Элек уны күреүсе лә, белеүсе лә юҡ ине. Хәйер, күрмәүҙәре хәйерле ине. Был аулаҡ ерҙә ул теләһә нәмә ҡылды. Эргәһендә аҡҡан йылғала йорт ҡоштарына кейек ҡоштай һунар итте. Баҡса­һы эргәһенән үтеп-сүтеп йөрөгән кәзә-һа­рыҡтарҙы ла аяманы. Утын тип ҡайғырманы, өҫтөңә ауа яҙып торған ағасты билетһыҙ-ниһеҙ киҫте лә өйө яғына тәгәрәтте. Ә инде Указ сығып араҡы һатырға тыйылғас, тағы бер «һөнәр» үҙләштерҙе. Бал, көмөшкә эш­ләп һата башланы. Шәкәрҙе талонға бирә башлағастар, ул аптырап, юғалып ҡалманы. Базала эшләүсе ағай-энеләре уны ситтә ҡал­дырманы. Тоҡлап-тоҡлап шәкәр бирҙеләр.

Кеҫәһенә ярайһы ғына аҡса инә башла­ғас, былай ҙа этеп-төртөп кенә башҡарған эшен бөтөнләй ташланы. Бар шөғөлөн «теге» кәсепкә бирҙе.

Донъя уға ошолай мәңге тыныс ҡына дауам итер кеүек ине. Берәү ҙә бимазаламаҫ кеүек тойолғайны. Юҡ бит, юҡ. «Был һон­тор, минең башҡа бәлә булып, ҡайҙан килеп сыҡты һуң? Унан нисек ҡотолорға икән? Әгәр бында ныҡлап төпләнһә, минең эштәр хана», тип уйлап алды. Ләкин нисек? Бына был һорауына ғына яуап таба алмай оҙаҡ баш ватып ултырҙы.

Уйҙарынан тамам башы ҡаңғыра башла­ғас, әле эңер төшмәһә лә, ҡатынынан урын йәйҙерҙе. Күпме борғаланып ятһа ла, уның күҙенә йоҡо әҫәре кермәне. Йоҡлай алмай тамам аптырағас, эргәһендә хеҙмәтсе һымаҡ йүгереп йөрөгән бисәһенә бал алып килергә ҡушты.

– Һуң... Һуң, Әбделбар, теге аҙнала ғына ауырып ләз ятҡанда эсмәҫкә ант иттең дә инде, – тип уныһы ҡаушап ҡалды. Был һүҙ­ҙе ул, әлбиттә, иренең һаулығын уйлап тү­гел, холоҡһоҙлоғонан ҡурҡып әйтте.

– Алып кил тиҙәр бит һиңә, – тип бисә­ләнә екерҙе. – Вәт әй, ауырый, имеш. Бал үҙемдеке, теләһәм – әсәм, теләһәм – һатам.

– Мин ни... һинең һаулығыңды уйлап әй­тәм инде.

Бисәһенең һуңғы һүҙе уның күңеленә хуш килде шикелле. Ул тамам йомшарып: «Бисә, ул нәмәне мин йоҡлап китеү өсөн генә эсәм, теге күрше ишараты йоҡоно та­мам ҡасырҙы бит», – тип ҡырын төшөп ятты.

Ысынлап та, бер бокал бал эскәс уның башы әйләнеп китте, үҙен мамыҡ кеүек еңел генә тойоп, аңғармаҫтан хырылдап йоҡ­лап та китте. Ләкин уға күп әүен баҙарында йөрөргә яҙманы. Бисәһенең ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына юрғанына ҡағылыуына һиҫкәнеп уя­нып китте.

– Тағы нимә, нимә булды? Инде йоҡлап ҡына киттем тиһәм, – тип бисәһен әрләй-әрләй тороп ултырҙы.

– Һине һорайҙар. Көмөшкә кәрәк шикел­ле уларға.

– Ә-ә, хәҙер. Кемдәр һуң улар?

– Үрге остан Барый менән Рәшит, үҙ­ҙәре һуҡмыштар. Хаҡын күберәк һора йә­ме! – тип бисәһе аҡыл өйрәтте.

– Үҙем беләм, – тип Әбделбар салбарын кейә-кейә уға екеренде. – Тотаһың да ирҙәр эшенә ҡыҫылаһың.

Апарук ҡына төшөрөп алған егеттәр, «йәшәһен Әбделбар ағайыбыҙ!» тип полко­водец ҡаршылағандай, һөрәнләп ҡаршы алдылар.

– Ә-ә. Мине лә иҫләр көнөгөҙ бар икән, – тип ул маһая биреберәк, булмаған ҡорһа­ғын кәпәйтеп, ике ботон тарбайтып егеттәр алдына килеп баҫты. – Теге нәмәгә килһәгеҙ, юҡ. Дөрөҫөрәге, хәҙер уның менән бу­лышмайым. Уны эшләп, ҡасан милиция килә тип ҡурҡып ултырғансы... Былай тыныс ҡо­лағым.

Һуңғы һүҙен ул юҡлыҡтан түгел, ә кө­мөшкәһенең баһаһын арттырыу өсөн әйтте. Ағай, булмаҫ, шаяртаһыңдыр!

– Ҡотҡар инде, бар ышаныс һиндә ине бит. Теге егеттәр үтенергә тотондо.

– Әбделбар ағай, аҡса йәл түгел, теләй­һеңме, өйөңдө анауы аҡланға күсереп ултыр­тып ҡуябыҙ, түлкә беҙҙе ҡотҡар инде.

Былар күршеһенең яғына төртөп күрһәт­кәс Әбделбарҙа ҡапыл мәкерле уй тыуҙы. Ул бөгөн көнө буйына сисә алмаған йомғаҡ­тың осо ине был.

– Ҡуй, егеттәр, минең өйҙө бимазалап тегеләй-былай күсереп йөрөмәгеҙ, ултырған урыны тыныс уның. Мин һеҙгә бер банка көмөшкә өсөн үтә еңел йомош ҡушам, – тип ул тегеләрҙе эргәһенә саҡырып шыбырлауға күсте. – Әле үҙегеҙ күрһәткән яҡтағы бер бәндәне беләһегеҙме?

– Аңлашылды, ағай, значит, тегенең арт һабағын уҡытырға инде? Булдырабыҙ уны.

– Беҙ булдырмағас, кем булдыра уны, етмәһә, берегеҙ каратист та шикелле, – тип Әбделбар егеттәрҙең береһенең майкаһында каратэ һүҙе яҙылыуын күреп, төрттөрә һал­ды.

Егеттәргә йәһәт кенә келәтенән сығарып эсемлек ҡойоп бирҙе лә, ҡалғанында минең эшем юҡ, тип өйөнә инеп китте.

Иртәгәһен ул күршеһен күрмәне. Иртә­нән һуң да, бер аҙна үткәс тә күршеһе кү­ренмәне. Һыуға батҡандай ғәйеп булды. Шу­лай күршеһенән тиҙ генә ҡотола алыуына уның ҡыуанысының сиге юҡ ине. Маһайырға бүтән кеше булмағас, ҡатыны алдына килде лә маҡтанды, килде лә маҡтанды.

– Һе, молокосос, нигеҙ ҡорам, күрше бу­лам, имеш. Рөхсәтте тәүҙә дәдәңдән һорай­ҙар аны. Бына мин риза булмағас, йөрө инде әйҙә. Был ергә пока ағайың хужа!

Күршеһенең бында бүтән килмәүенә та­мам ышанғас, тырым-тырағай ятҡан ағастар­ҙы түмәргә бысып үҙенең өйө яғына тәгәрә­тергә тотоноп китте.

Эштең иң ҡыҙыу мәленә генә еткәйне, әйтерһең, ер аҫтынан килеп сыҡҡандай, ҡа­пыл егеттең мөһәбәт кәүҙәһе хасил булды. Ҡото осоуҙан ул нишләргә белмәй ҡойолоп төштө. Аҡланырға теләп ауыҙын асҡайны, рәтле һүҙ сыҡманы:

– Күрше... күрше... мин... һине... ғәфү ит инде! Һине икенсе урында өй һала тип ишетеп, ағастарың әрәм булмаһын тип йөрөүем инде.

Азамат күршеһенең был ҡыланышына иҫе-аҡылы китте. Шулай ҙа үҙен ҡулға алып:

– Баш ҡына һау булһын, утын ул, ағай, табылыр. Бер-ике түмәр өсөн судҡа бирә алмайым инде. Хәйер, талашып йөрөү ҙә эш түгел. Ә бына, ағай, мине туҡмау өсөн кешеләр яллауыңды әйтмәй булмай. Бик хөрт эшләгәнһең. Улай ярамай ине. Беҙ, ни тиһәң дә, күрше бит.

 

***

Ысынлап та, теге мәл күргшеһе һөсләтеп ебәргән егеттәр Азамат эргәһенә килгәйнеләр. Ул абайлап та өлгөрмәне. Берәүһе каратистар һымаҡ “и-йә!” тип ҡысҡырҙы ла уға һуғып ебәрҙе. Уның күҙендә осҡондар сәсрәне. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алып, ҡаршы һөжүмгә күсте. Һуғыш рәтен белгән Азаматҡа был ике иҫеректе тәкмәсләтә һуғыу өсөн әллә ни көс кәрәкмәне.

 Бына шулай  Әбделбар теге көндәре күршеһен биҙҙерҙем тип бушҡа маһайған икән. Ул көндәре Азамат әҙәм атҡармаҫ эштәр башҡарып йөрөнө. Уның өсөн бура бурау ҙур мәсьәләгә әүерелгәйне. Кемгә генә  инәлмәһен, эсергә һорай ҙа торалар. Ил буйлап тыйылған саҡта ул нәмәне ҡайзан табаһың инде. Бар өмөтөн өҙөп күршеһенә көмөшкә һорап инергә лә ҡарар иткәйне инде. Һуңғы минутта күршеһенең алдында ба­хыр булып торғоһо килмәне. Кемдәндер Өфөлә араҡы табып булыуын ишетеп, шунда юлланды. Ҡалала йылға буйы сиратты күреп, өмөтөн өҙөп, ҡайтып китергә лә уйлағайны. Ҡапыл хәтеренә өйләнешкәндән һун өйҙән өйгә ҡыуылып күсеп йөрөүҙәре күк төшкән мыҫҡыллы йылмайған йөҙө иҫенә төштө. Үҙе лә аңғармаҫтан, сиратҡа баҫты.

Йәйҙең эҫе ҡояшында, өс көн янып, өс көн этешеп ҡыҫталышып-төрткөләшеп, барыбер ҙә һүҙен һүҙ итеп, араҡылы булды. Араҡы­ны алып ҡайтып оҫталарға күрһәтеүе бул­ды, өс көндә бураны бурап та бирҙеләр. Эш әҙер бураны алып ҡайтып күтәреүҙә генә ҡалды инде. Әйткәндәй, эшләгән еренән бу­раны алып ҡайтыр өсөн трактор ҙа яҙҙырып алған. Тик, тик, бына юлһыҙ-ниһеҙ бура­ны ошо ҡабаҡҡа нисек мендерәһең. Был әлегә бик ауыр мәсьәлә ине. Ул ауыл Советына ла барып ҡараны, юлыңды көҙгә эшләп бирербеҙ, хәҙергә техника булмай тип уны кире борҙолар. Ә эштәр көҙгә ҡалһа, ул быйыл бер нәмәгә лә өлгөрмәйәсәк. Тағы ҡыш буйы өйҙән өйгә бисәһе, балаһы менән төрткөләнеп йөрөйәсәк. Шулай итеп төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәндә, ул аңғармаҫтан асыш яһаны. Күршеһе яғынан бында үтергә тар ғына юл барлығын күрҙе. Тик бына күрше менән кәңәшләшергә генә кәрәк. Әгәр ул риза була ҡалһа инде...

Әле енәйәт өҫтөндә тотолған күршеһен күргәс тә шуларҙы уйлап өлгөрҙө. Әлеге йо­мошто әйтергә уйлағайны ла, ҡулай тип тапманы. Иртәгәһе көн кем менән уртаҡ.

Иртәгәһен Азамат күршеһен баҡсаһында ҡыҙынып ятҡан еренән тапты. Ләззәтләнеү­ҙең сигенә сыҡҡан күршеһенә ул көнләшеп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Үҙе лә эш бөткәс ошолайтып ятырына хыялланды.

– Ә-ә, һин, – тип Әбделбар уның аяҡ та­уышын ишетеп ырғып килеп торҙо. – Ни йо­мош? Әйткәндәй, эштәр алға тәгәрәйме?

– Тәгәрәтһәң, ағай, тәгәрәй инде ул. Бына өйҙө бурап бөттөм. Хәҙер шуны алып ҡайтьп күтәрергә ине иҫәп.

– Шулай укмы ни! Бик хуп, күтәр әйҙә! – тип ул миңә барыбер тигәндәй һөй­ләнде.

– Ағай, һиңә ҙур үтенес бар ине...

«Үтенес» һүҙен ишеткәс Әбделбарзын ҡолағы «ҡарп» итеп ҡалды «Шул көмөшкә һорайҙыр инде. Әһә, көнөң төштөмө? Юҡ, бирмәйем, бер грамм да бирмәйәсәкмен», – тип йәшен тиҙлеге менән уйлап өлгөрҙө.

– Иртәгә бураны алып киләм тигәйнем. Һинең өй эргәңдән юл бар икән. Ара киң, тик сиҙәм генә аҡтарыла инде. Рөхсәт итһәң, шунан үтәйем тигәйнем.

Әбделбарҙың был һүҙҙәре ишеткәс тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Сикә тамырҙары тартышырға тотондо.

– Һин нимә һөйләйһең! Үҙенден аҡылыңдамы? Шулайтам-былайтам... Шулайтмайыраҡ тор әле, мин һиңә әйттем дә инде бында өй һалып булмай тип. Ә һин, дурәк, була ла була. Юҡ, мин өй эргәмдән үткәрмәйәсәкмен, үлһәм – үләм, үткәрмәйәсәкмен. Бар, иҫән-һау сағыңда һыпырт бынан. Әтеү мылтыҡ яһаулы тора.

Әбделбарҙың ҡарлыҡҡан йәмһеҙ тауышына ялбыр эте лә ҡушылды. Азаматҡа бынан тиҙерәк китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Үҙ һүҙле Азаматты күршеһенең һүҙҙәре намыҫландырҙы ғына. Һанаулы көндәр эсендә әҙәм эшләй алмаҫлыҡ эштәр атҡарҙы. Бураны ҡабаҡ аҫтына трактор менәналып килеп һалды ла, көрәк менән юл әтмәләп, ат яллап, ҡайһы еренә үҙе, ҡайһы ерендә ат менән бураны өҫкә һөйрәй башланы. Ике аҙна тигәндә, барыбер ныҡышып, бүрәнәне ташып та бөттө. Шунан кеше яллап өй күтәрергә кереште. Башын да япҡас, иҙән-түшәм йәйеүгә тотоноп китте.

Уның аҙналап түгел, көнләп тиерлек тө­ҙөкләнә барған донъяһына ҡарап күршеһе көнләшеп кенә ҡалманы, ҡан дошманына әүерелде. Күрә алмауҙың сигенә етеп, хәле­нән килгәнсе этлеген ҡылды ғына. Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡа, тип әллә нисә тапҡыр лес­никтарға ошаҡланы. Берҙән-бер һыйырын ҡазалап ҡуйҙы, тауыҡтарын ағыу менән ҡырҙы, хатта уның нигеҙен ҡоротор өсөн сихыр-михырын да ҡалдырманы.

Азамат быларға иғтибар итмәҫкә тырыш­ты. Теш ҡыҫып күршеһенең этлектәренә түҙ­ҙе. Шулай ҙа бер ваҡыт күршеһенең ҡапҡа­нына саҡ эләкмәй ҡалды.

Һыуға киткән ҡатынын күршеһенең ҡа­тыны юлда тотоп әшәке һүҙҙәр менән әрләп тормаһынмы! Тегеһе хатта ҡаршы һүҙ әй­тергә лә эшкинмәй бит әле. Азамат ҡатынын нишләп бушҡа рәнйеттерһен? Түҙмәй, эшен ташлап, былар янына китте. Ҡапыл пәйҙә булған Азаматты күреп, теге бисә асҡан ауыҙын ябырға онотто. Уның ҡулындағы сүкеште күргәс инде «үлтерә, үлтерә!» тип шарылдап ҡысҡырып, бар хәленсә ҡасырға тотонмаһынмы! Был хәл иртәнсәк булһа, төшкә уны милицияға саҡырттылар. Күрше­һенең бисәһен балта менән баҫтырыуҙа ғә­йепләп саҡ төрмәгә ултыртманылар. Алай ҙа был хәлде күреп торған ике намыҫлы ке­ше табылып, уның таҙа исемен һаҡлап алып ҡалдылар.

Ул, дошманына үс итеп, өйөн тағы ла тырышыбыраҡ эшләне. Ҡышҡа хәтлем өлгөрмәҫмен тип, хәҙер төнөн дә, ут яҡтыһын­да, эшен дауам итте. Ниһайәт, көҙгә өй әҙер булды. Ул өй туйларға әҙерләнде.

 

* * *

Көслө һәм моңло йыр тауышына бына нисәнсе көн туҡтауһыҙ эскән Әбделбар һиҫ­кәнеп уянып китте. Оҙаҡ ҡына был моңло тауыштың ҡайҙан килеүен белә алмай ятты. Радионан тиһәң, уны кисә бисәһенә елгәрҙе түгелме һуң? Эй, әйткәндәй, бисәһе ҡайҙа һуң әле?

– Марусь, Марусь! – тип ҡарлыҡҡан тауыш менән бисәһен һөрәнләп ҡысҡырырға тотондо. Ләкин тауыш-маҙар ишетелмәне. «Эх, кәнтәй, ҡайтмаған икән, но ничего, сит­тә ҡасып күп йөрөрмөн тиһеңме, ҡайтырһың әле, эх ҡайтырһың», – тип ул бармаҡ янап ҡуйҙы.

Туҡта, был йыр, ысынлап та, ҡайҙан ки­лә һуң әле? Ул сәнсеп-сәнсеп ауыртҡан, йәҙ­рә тултырғандай ауыр башын саҡ күтәреп, тәҙрә яғына шыуышты. Тышта эңер төшкәй­не инде. Ул күршеһенең тирә-яҡҡа нур сә­сеп ултырған өйөн күреп, шунда уҡ эште аң­ланы. «Байрам итәһегеҙ инде, итегеҙ, итегеҙ, сволочтар», – тип бар белгән әшәке һүҙҙәр­ҙе теҙеп сыҡты. «Туҡта, мин һеҙҙән кәмме ни? Мин дә байрам итә алмайыммы ни?» – тип мейес эргәһендә ултырған феләккә ҡа­рай шыуышты. Ул көрөшкә артынан көрөш­кә балды төпһөҙ ҡорһағына ҡойҙо ла ҡойҙо. Донъя төҫөн юғалтып, зыр әйләнергә тотон­ғас ҡына әсеүҙән туҡтап, күршеһенең моңло тауышын еңергә тырышып, күкле-йәшелле тауыш сығарып йырларға тотондо. Шунда уҡ үҙенең тауышынан үҙе ҡурҡып тынып ҡалды. Ә теге моңло йыр уны сығарынан сығарып яңғыраны ла яңғыраны. Ул, түҙмәй, шар асыҡ торған ишекте барып япҡан булды. Хәйер, бынан файҙа юҡ ине инде. Моң ишетелмәҫ булһа ла, күңелендә күршеһенә йыйылған бар нәфрәт өҫкә ҡалҡып сыҡты. «Эх, ниндәй шәп тормошомдо әрәм итте. Мине ниндәй көнгә ҡалдырҙы, сволочь, үлтерһәң дә үс ҡанырлыҡ түгел».

Ул өйҙә ултырып сыҙамай, ишекте тибеп асты ла тышҡа сығырға ынтылғайны, нәмәгәлер эләгеп, кәүҙәһен тота алмай ҡолап барып төштө. Уны, әйтерһең, күршеһе аяҡ салып ҡолатты. Әбделбар яман итеп һүгенә-һүгенә балтаға барып йәбеште. «Хәҙер мин һинең өнөңдө тығам, хәҙер», – тип ул күршеһе яғына тәнтерәкләне. Артабан, нишләргә белмәй, икеләнеп ҡалды. Өйгә атылып инеп күршеһенә ташланырға ғәйрәте һүнгәйне инде. Шул уҡ ваҡытта сигенгеһе лә килмәй ине. Күпмелер ошолай икеләнеп торғандыр,  башына ҡапыл дыуамал уй килде. «Әгәр донъяһына ут төрткәндә? Әйҙә, бар нәмәһе көл-күмер булһын, үҙе лә, ҡунаҡтары ла бергә сәнселһен шунда». Был мәкерле уй килгәс, нисектер уға еңел булып китте. Ни тиһәң дә балта менән асыҡтан-асыҡ кешегә һөжүм итеүгә ҡарағанда йәшенеп-боҫоп ут төртөү йөҙ тапҡырға еңелерәк ине.

Әбделбар ҡалтыранған ҡулы менән шыр­пыһын һыҙҙы – уныһы ялт итте лә һүнеп ҡалды. Тәҙрәнән уға кемдер ҡараған кеүек  тойолдо. Ул шырпыһын тиҙ генә һүндереп өй мөйөшөнә һырынды. Күпме көтһә лә, өйҙән сығыусы әҙәм заты күренмәне. Өйҙә йырлауҙар, бейеүҙәр дауам итте.

Әбделбар бер аҙға, бүреләй күҙен ялтыра­тып, мәкерле уйын нисек бойомға ашырырға белмәй аптыраңҡырап ҡалды. «Бер шырпы  менән нимә эшләйһең инде, был һиңә туҙлы ҡоро утынды яғыу түгел бит. Бәлки факел эшләп алырғалыр? Тирә-яҡтан өйгә ут төртә­һең дә сығаһың. Улай тиһәң, факелды нимә­нән эшләйһең, ҡайҙа һуң сепрәге, кәрәсине? Туҡта, кәрәсин тигәндәй, өйҙә бер кәнистер ултыра түгелме? Нимәгә баш ватып торорға? Тиҙерәк алып килергә лә вәссәләм».

Ҡайтып кәрәсин табып алыу оҙаҡ ваҡыт­ты алманы. Тик күрше яғына килеүгә аяҡтар тыңламаны ла ҡуйҙы. Ул йөҙ төрлө уйҙар – уйлап, ниһайәт, күршеһенең ике уртала ул­тырған һарайына килеп етте. Ары барырға йөрәге етмәне.

Ут тигән яуыз нәмә инәлтеүҙе яратмай бит инде ул. Уға сәбәп кенә бир. Ҡоро, са­йырлы ҡарағай гөлт итеп ҡалды.

Әгәр Азаматтың ҡунаҡтары тәмәке тар­тырға сығып, һарай яныуын ваҡытында күреп ҡалмаһалар, эштәр хәтәргә китер ине. Ҡунаҡтарҙың һәммәһе – иҫереге-айнығы ут һүндерергә тотондо. Кемдер көрәк менән утҡа тупраҡ ырғытты, кемдер биҙрәләр то­топ һыуға йүгерҙе. Шулай ҙа һарайҙы уттан ҡотҡарып алырлыҡ түгел ине инде. Бына ут өйгә генә күсеп ҡуймаһын, шуға күрә лә һарайҙың өй яғына ҡараған мөйөшөн һүндерә башланылар.

– Күрше, зинһар, ҡотҡарығыҙ инде! – тигән тауыш, бар шау-шыуҙы еңеп, Азаматтың ҡолағына килеп бәрелде. Йөҙө танымаҫ­лыҡ булған, ҡоромға буялған күршеһен ул ҡаршыһында күреп ҡалды.

– Күрше, минең өй яна бит, ҡотҡар!

Шунда ғына Азамат тирә-яғына ҡарарға форсат тапты. Ысынлап та, күршеһенең өйө факел һымаҡ дөрләй ине.

Өй тупһаһынан төшкәндә лыҡа тулы кә­нистер асылып китеп, кәрәсиндең түгелеп килгәнен иҫерек Әбделбар үҙе лә, уға ярҙам­ға ташланған башҡалар ҙа белмәне.

Флүр Ғазин.

Автор:
Читайте нас: