Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Апрель 2022, 09:15

Тәртип башы - тәрбиә

-Бөгөн беҙ булған проблемаларҙы асыҡлау, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, тәҡдимдәр, кәңәштәр менән уртаҡлашыу өсөн фәһемле, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә йыйылғанбыҙ. “Айыҡ ауыл” эскелек менән көрәшеүҙе генә аңлатмай, ул төрлө насар ғәҙәттәрҙән арыныуҙы, киләсәк быуынға дөрөҫ тәрбиә биреүҙе лә үҙ эсенә ала, - тине Инсур Рәмил улы.

Тәртип башы - тәрбиә
Тәртип башы - тәрбиә

Тәртип башы - тәрбиә

Әбделмәмбәт мәктәбендә “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, енәйәттәрҙе һәм йәмғиәткә ҡаршы эш итеүҙәрҙе, алкоголде, ағыулы, наркотик һәм психотроп матдәләрҙе ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Унда мәктәп коллективы, төрлө ойошма вәкилдәре һәм етәкселәре, ата-әсәләр комитеты ағзалары саҡырылғайны.

 

Семинар мәктәп менән танышыуҙан башланды. Коридорҙа мәктәптең лазер оҫтаханаһында яһалған матур сувенирҙар, ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйылған.

Әбделмәмбәт мәктәбенә 1930 йылда нигеҙ һалынған. Тәүге уҡытыусыһы - билдәле сәсән Сабирйән Мөхәмәтҡолов. Мәктәптә 12 кабинет, уларҙың 9-ы милли проект буйынса заманса йыһазландырылған. 30 урынлыҡ ашхана, спорт майҙансығы, 26 урынға иҫәпләнгән интернат, 4 автобус, 2 музей, майҙаны 1,5 гектарлыҡ мәктәп яны участкаһы, хоккей коробкаһы бар.

Әбделмәмбәт мәктәбе  спорт ныҡ үҫешкән мәктәп булараҡ, унда спортсмендарға бағышланған спорт даны мөйөшө лә булдырылған. Гер спорты буйынса йыйылма команда бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа күп тапҡырҙар еңеүсе булған. Мәктәптә  36 түңәрәк эшләй.

Һәр класта һаулыҡ, тәрбиә, дин, бала күңеле, әҙәп, замана һөнәрҙәре, патриотизм темаларына бағышланған класс сәғәттәре үтте.

Дәрестәр тамамланғандан һуң, семинарҙа ҡатна-шыусылар түңәрәк өҫтәлгә йыйылды.

Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссия сәркәтибе Ф. Ҡаһарманова сығыш яһаусылар менән таныштырҙы һәм мәктәп директоры И. Үтәбаевҡа һүҙ бирҙе.

-Бөгөн беҙ булған проблемаларҙы асыҡлау, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, тәҡдимдәр, кәңәштәр менән уртаҡлашыу өсөн фәһемле, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә йыйылғанбыҙ. “Айыҡ ауыл” эскелек менән көрәшеүҙе генә аңлатмай, ул төрлө насар ғәҙәттәрҙән арыныуҙы, киләсәк быуынға дөрөҫ тәрбиә биреүҙе лә үҙ эсенә ала, - тине Инсур Рәмил улы.

Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Нәркәс Ҡарамышеваның сығышынан һуң, район мәғариф бүлеге етәксеһе И. Сәйфитдинов һүҙ алды.

-Мәктәптәрҙә белем менән бер рәттән тәрбиә өлкәһенә лә ныҡлы иғтибар бирелә. Беҙ балаға йәмғиәттә үҙ урынын табырға ярҙам итәбеҙ. Уның өсөн ата-әсә, уҡытыусы, бала, класс етәксеһе араһында яҡшы бәйләнеш булдырылырға тейеш, - тине ул.

Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы  рәйесе Р. Шәрипов рухи һәм физик тәрбиә бергә алып барылырға тейеш тип билдәләне. «Балаларҙа миллилек, туған телгә һөйөү тәрбиәләү кәрәк. Улар милли ерлектән айырылмаһын, тарихын онотмаһын ине», тине.

“Мәсем” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы директоры Н. Ишниязова:

-Балаларға хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса йышыраҡ мәғлүмәт бирергә кәрәк. Июнь айында 10 көн дауамында “Йәш спецназовсы” лагеры эшләйәсәк. 11 йәштән өлкән үҫмерҙәр бушлай ял итәсәк. Июль айында өлкән балалар өсөн Ағиҙелдән ағып төшөү ойошторола. Балалар ирекмәнлек менән шөғөлләнһәләр, насар ғәҙҙәттәргә ваҡыттары ла  ҡалмаҫ ине. Әйткәндәй, ирекмән кенәгәһенең имтиханда өҫтәмә балл биреүе хаҡында күптәр белеп етмәй, - тине.

Хәсән хәҙрәт Зарипов балаларҙа дингә ҡарата ыңғай ҡараш тәрбиәләү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Бала өйҙә нимә күрә, шуны ҡабатлай. Әгәр ҙә ғаилә иманлы йәшәй икән, ул тәртипле, әҙәпле булып үҫә. Мәктәп менән имамдар араһында бәйләнеш булдырыр кәрәк, - тине.

Ветерандар советы рәйесе О. Ғәлиев:

-Тәрбиәләү комплекслы алып барылырға тейеш. Ҡайһы берәүҙәр ғаилә тәрбиәһенә өҫтөнлөк бирһә, бәғзеләре тәрбиәне йәмғиәт учреждениеларына, мәктәпкә тапшырыуҙы хуп күрә. Әгәр ҙә балала проблема бар икән, тимәк, ата-әсәһендә лә проблема бар. Мәктәпкә полиция вәкилдәрен йышыраҡ саҡырыр кәрәк. Уҡытыусы йә директор ғына тәрбиә тураһында һөйләп торһа, бала күнегеп тә китә. Шуға күрә, мәҫәлән алдынғы хеҙмәт кешеләрен, хаҡлы ялдағы ихтирамлы ололарҙы, ветерандар советын саҡырығыҙ. Хеҙмәт батырлығы дәрестәре үткәрелһә яҡшы булыр ине. Тәрбиә биреү мәктәптең генә бурысы түгел, башҡаларҙы ла йәлеп итеү мотлаҡ, - тине.

Әбделмәмбәт, Ҡолғана, Килдеғол, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Һарғая ауылдары участковыйы И. Шәкиров иҫәптә торған балалар менән алып барылған эштәр тураһында һөйләне.

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Г. Әбдрәшитова уҡыусыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында белешмә бирҙе.

Опека һәм попечителлек бүлеге белгесе Р. Теләүбаеваның да сығышы фәһемле булды.

Район педиатры З. Исмәғилева асыҡ дәрестән алған тәьҫораттары менән бүлеште һәм:

- Балалар менән осрашыуға, ата-әсәләр йыйылышына табиптарҙы (педиатр, нарколог, гинеколог) саҡырығыҙ. Балаларға туҡланыу буйынса аңлатма, шулай уҡ енси тәрбиә биреү көнүҙәк мәсьәлә, - тине.

Инсур Рәмил улы белдереүенсә, күп мәктәптәрҙә психолог булмауы насар. Ҡайһы ваҡыт балаларҙы асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә ылыҡтырып булмай, сөнки беҙ психологтар түгел,  тине.

“Ғаилә” үҙәге психологы М. Вәлиева ғаиләләрҙе йәмғиәт эштәренә ылыҡтырыу, медиация хеҙмәте, буллинг (баланы ҡыйырһытыу) осраҡтары, балаларҙы имтихандарға әҙерләү тураһында ентекле һөйләне.

Район мәғариф бүлеге методисы А. Дәүләтҡужина мәктәпкә психолог ярҙамы кәрәк булһа, башҡа мәктәптәрҙәге психологтарҙы саҡыртыу мөмкинлеге барлығын белдерҙе.

-Тәрбиә мәктәпкә генә һалынмаһын ине. Ошондай семинарҙарҙан ата-әсәләр ситтә ҡала. Күберәк ата-әсәләрҙе йәлеп итергә кәрәк, - тине һәм ата-әсәләрҙең онлайн-лекцияларҙа ихлас ҡатнашыуҙарын һораны.

Балалар ижады үҙәге директоры И. Ишбулатованың сығышы ла күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерһә, Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Ш. Ғәликәевтың сығышы күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте.

Физик культура уҡытыусыһы З. Боҫҡонов спорт яғынан үҫешкән мәктәптә өҫтәмә штат булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе.

-Саңғылар алыу ҙур этәргес көс булды. Уҡыусылар көн дә сығып шөғөлләнделәр. Ярыштарҙа спорт мәктәптәре менән бер рәттән ҡатнашып киләбеҙ, - тине.

Кәңәшмәлә уҡытыусы Р. Маликов уҡыусыларға турслет ойоштороу мәсьәләһен ҡарауҙарын һораны. Мотлаҡ ир-егеттәр етәкләгән 1-2 көнлөк походтарҙы тергеҙеү кәрәклеген әйтте.

-Балалар төйәгендәге ер-һыуҙарҙы күрергә, танып белергә, тәбиғәткә яҡын булырға тейеш. Автобус менән генә барып ҡайтыу яҡты тәьҫораттар ҡалдырмай, - тине.

Ф. Ҡаһарманова, кәңәшмәне йомғаҡлап:

-Әбделмәмбәт мәктәбендә үткәрелгән ҡорҙо башҡа мәктәптәр ҙә өлгө итеп алһындар ине.

Районда эскән ғаиләләр күп. Иң әсендергәне – ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәмер ҡолона әйләнә барыуы. Ағымдағы йылдың беренсе кварталында 36 протокол төҙөлгән. Шуларҙың 28-е ата-әсәлек бурысын үтәмәү статьяһы буйынса эскән 20 ҡатын-ҡыҙға ҡарата төҙөлгән.

2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата эскән 39 ғаилә иҫәптә  тора. Ғаиләләрҙә көн иткән 120 бәлиғ булмаған баланың бала сағы юҡ тигәнде аңлата был.

Бала ситкә уҡырға сығып киткәндә лә уны контролдә тотор кәрәк.

Мәҫәлән, былтырғы йылда 19 балаға протокол төҙөлгән, уларҙың 13-ө – студенттар, - тине.

Ошондай ҙур сараны ойошторған Әбделмәмбәт мәктәбе коллективына афарин. Мәктәп һәм ата-әсәләр баланы бер һүҙҙән булып бергә тәрбиәләгәндә, насар ғәҙәттәрҙән ары торорға өйрәткәндә генә һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин, тигән  фекергә килде кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.

#Айыҡауыл2021#Трезвоесело2021#Бурзянскийрайон#Курултайбашкир#Ҡоролтай

 

Ә. Юлсурина.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: