Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Март 2022, 12:30

Һөнәренән йәм таба

Ашнаҡсы һөнәрен еңел тип әйтеп булмай. Ул түҙемлекте, ныҡышмаллыҡты, теүәллекте, таҙалыҡты талап иткән ысын мәғәнәһендәге бик мөһим һәм ауыр эш бер ваҡытта ла үҙ баһаһын юғалтмай. Аш-һыу бешереүсе Айгөл Ишморатова “Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативында 21 йыл эшләй. Әтек ауылы ҡыҙы 11-се класты тамамлағандан һуң контролер-кассир һөнәрен үҙләштерә. Тыуған ауылына ҡайтып практика үткәндән һуң, көҙгә район үҙәгендәге ашханаға эшкә килә. 19 йәшендә хеҙмәт юлын башлаған Айгөл Ривал ҡыҙы бай тәжрибә туплаған, иңендә ҙур яуаплылыҡ алған өлкән ашнаҡсы.

Һөнәренән йәм таба
Һөнәренән йәм таба

Яңғыҙ, әлбиттә, бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшеп булмай. Был йәһәттән Айгөл Ривал ҡыҙына бошонаһы түгел - бергә эшләгән коллегалары менән татыу, берҙәм эшләйҙәр.

-Хеҙмәт осоромда бер ҙә һүҙгә килешеп, мөнәсәбәттәр боҙоп йөрөмәнек. Бер кемде лә айырып әйтә алмайым, барыһы ла үҙ эшен белеп, теүәл башҡара, - ти Айгөл Ривал ҡыҙы.

Хеҙмәттәштәре лә уның ярҙамсыл, талапсан, алсаҡ, ихлас күңелле, үҙ эшенең оҫтаһы булыуын оҡшаталар.

Аштың тәме хужанан, ти икән халыҡ – бында ла дөрөҫлөк бар - Айгөл Ривал ҡыҙы эшен йөрәге менән яратып, күңелен һалып башҡара, үҙ һөнәренән тәм таба.

Тормош иптәше Фаил ағай менан татыу донъя көтәләр. Хужабикәнең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереүсе, донъяһын гөл итеп тотоусы Айгөл апай ғаиләһен тәмле аш-һыуҙар менән һыйларға ярата. Айырыуса өйҙәгеләр уның мантыһын, картуф билмәнен, ҡамыр аҙыҡтарын яратып ашай.

Фаил ағай күптән түгел Себер яҡтарында эшләй башлаған. Оло ҡыҙҙары Наҙгөл медицина колледжының 4-се курсында белем ала. Динә 9 кластан һуң металлургия колледжына уҡырға ингән.

Ашнаҡсылар тәмле бешереүҙән тыш, банкеттар ойошторғанда, байрамдарҙа ижади яҡтан да үҫәләр - өҫтәлдәрҙе сервировкалау, халыҡҡа оҡшарлыҡ тәмле аш-һыу әҙерләү, дөрөҫ итеп өҫтәлгә тәҡдим итеү оҫталыҡтарын арттыралар.

-Алсаҡ, аралашыусан кешеләр оҡшай. Улар менән бер һөйләшеп алһаң да, бөтә борсолоуҙарың, арыуҙарың юҡҡа сыҡҡандай тойола. Ҡатын-ҡыҙҙың уңышы - тырышлыҡтан, егәрле, уңған булыуҙан, - тип һанай Айгөл Ривал ҡыҙы.

Әтек ауылында ғүмер итеүсе ата-әсәһе Ривал Шәмсетдин улына, Рәзифә Насип ҡыҙына оло рәхмәтле ул.

-Тормошта үҙ урынымды табыуымда ата-әсәйемдең роле баһалап бөткөһөҙ. Йәнә хеҙмәт юлымды башлаған йылдарҙа миңә дөрөҫ йүнәлеш биреүсе, кәңәштәре менән ярҙам итеүсе апайҙарға рәхмәтлемен, - ти өлкән ашнаҡсы.

Күңел һалып башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһе лә ғорурланырлыҡ була. Тырышлығыңды күрә белеүҙәре үҙе бер ҡыуаныс: күптән түгел генә Айгөл Ривал ҡыҙына Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһының 190 йыллығына ҡарата сығарылған юбилей миҙалы тапшырылған.

-Кешене намыҫлы хеҙмәте биҙәй. Хеҙмәт яратҡан, эш һөйгәндәр тормошта юғалып ҡалмай. Ҡыҙҙарыма ла теләге шул: һөнәр һайлағанһығыҙ икән, тырышып эшләгеҙ. Хәҙерге заманда тик тырыштар ғына уңышҡа өлгәшә ала, - тигән матур теләктәрен дә әйтте Айгөл Ривал ҡыҙы.

Һөнәренән йәм таба
Һөнәренән йәм таба
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: