Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Март 2022, 11:15

Тарихи мәғлүмәттәр йыйыла

Заманса алымдарҙы ҡулланып, «Башҡортостан Республикаһынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың электрон хәтер китабы» ярҙамында һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандары тураһында хәтерҙе мәңгеләштерә, үҙ ғаиләһенең тарихын төҙөй ала. Электрон хәтер китаптарын тулыландырыу маҡсатында “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында хәрби-тарихи материалдар йыйыла.

Тарихи мәғлүмәттәр йыйыла
Тарихи мәғлүмәттәр йыйыла

Районда һуғыш дәһшәте ҡағылмаған ғаиләләр юҡтыр. Кемдәр һуғышта ҡатнашҡан, һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмағандар -  улар тураһындағы иҫтәлектәр беҙҙең һәр кемебеҙҙә йәшәй.

Заманса алымдарҙы ҡулланып, «Башҡортостан Республикаһынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың электрон хәтер китабы» ярҙамында һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандары тураһында хәтерҙе мәңгеләштерә, үҙ ғаиләһенең тарихын төҙөй ала.

Электрон хәтер китаптарын тулыландырыу маҡсатында “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында хәрби-тарихи материалдар йыйыла. Бөрйән районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яу яландарында ятып ҡалған йә  хәбәрһеҙ юғалған туғандарығыҙҙың:

- исеме, фамилияһы, атаһының исеме, тыуған йылы (айы, көнө);

- һуғышҡа ҡасан һәм ҡайҙан алынған, ҡайһы фронтта булған, кем булып хеҙмәт иткән, һуғыш яралары булғанмы һ. б.;

- ниндәй наградалары, һуғыштан ҡасан ҡайтҡан һәм һуғыштан һуңғы тормош юлы;

- үлгән йылы, ҡайһы ерҙә ерләнгән (ҡәберенең фотоһүрәте);

- фотоһы (булһа, һуғыш мәлендә төшкәне);

- фронттан килгән хаттары, көндәлектәре;

- документтары (һалдат кенәгәләре, һәләк булып ҡалыуы тураһында хәбәр ителгән хаттар) булһа, “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубына мөрәжәғәт итегеҙ.

Белешмә өсөн телефон: 8 (34755)3-53-47.

Электрон почта [email protected]/

Шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә лә (клуб “Масим”) таба алаһығыҙ.

Адресы: Иҫке Собханғол ауылы, Комсомол урамы, 5/1 (“Урал ”ФОК-ы), 22-се, 14-се кабинет.

Был документтарҙы йәки уларҙың күсермәһен фотоға төшөрөп, 89374967516 номерына бәйле ватсапп аша ебәреү мөмкинлеге лә бар (фотоларҙың сифатлы булыуы мөһим).

Документтар сайтҡа ебәреләсәк. Аҙаҡтан “Халыҡ хәтере” сайтынан (интернетта “ГИС Память народа” тип эҙләп, “Память народа” тигән сайтҡа барып инәһегеҙ), “поиск” тигән урында исем, фамилияһын яҙып ата-олатайҙарығыҙ тураһында мәғлүмәттәр таба аласаҡһығыҙ.

Яуҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен тергеҙеү буйынса башҡарылған мөһим эштә әүҙем ҡатнашайыҡ, ошо хәтирәләрҙе башҡалар менән дә уртаҡлашайыҡ һәм мәңгеләштерәйек.

Тарихи мәғлүмәттәр йыйыла
Тарихи мәғлүмәттәр йыйыла
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: