Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Ғинуар 2022, 16:00

Балалар пособиеһы арта

Һорау: -Интернетта, 2022 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға 3 йәшкә тиклем ай һайын түләү алыуға хоҡуҡлы ғаиләләр һаны арта - әгәр ғаиләлә йән башына тура килгән килем төбәктә хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн билдәләнгән ике йәшәү минимумынан кәмерәк булһа, был түләүгә дәғүә итергә мөмкин, тигән хәбәрҙе уҡығайным. Ошоға аңлатма бирегеҙ әле. Был ғаиләләге хеҙмәткә яраҡлы кешеләргә генә иҫәпләнәме? Әллә ғаиләләге һәр кеше иҫәбенә ике минимумдан артмаһа тип аңларғамы? Был һорау буйынса “Ғаилә” үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге етәксеһе Юлиә Бәхтийәроваға мөрәжәғәт иттек. -Был осраҡта ғаиләләге һәр кеше иҫәбенә ике минимумдан артмаһа, тип аңларға. Был түләүҙәрҙе түбән килемле (ғаиләнең йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан – 24 000 һумдан үтмәгән осраҡта) ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Пособиеның күләме лә арта.

Балалар пособиеһы арта
Балалар пособиеһы арта

Йәғни, тыуғандан алып өс йәшкә тиклемге пособиелар күләме беренсе һәм өсөнсө балаға 10769 һумға тиклем күтәрелә. Икенсе балаға әсәлек капиталынан (пенсия фондына мөрәжәғәт итеү кәрәк) түләнә һәм шулай уҡ 10679 һум буласаҡ.

Республикала 2022 йылға йәшәү минимумы билдәләнде. 2022 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы 11 мең 9 һумға тиң, эшкә һәләтлеләр өсөн - 12 мең, пенсионерҙар өсөн - 10 мең 431 һум, балалар өсөн - 10 мең 679 һум.

Йәшәү минимумы күләме 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була.

Быйылғы йылдан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн дә өҫтәмә пособие артты. Пособиеның база күләме балалар өсөн йәшәү минимумының 50 процентын, йәғни - 5339,5 һум тәшкил итә.

Әгәр был пособие тәғәйенләнгәндән һуң да ғаилә әҙ тәьмин ителгән булып ҡала икән түләү күләме 8009,25 һумға тиклем арттырыла (был – балалар өсөн йәшәү - минимумының 75 проценты). Әгәр был осраҡта ла йәшәү минимумына етә алмаһалар, пособие  10679 һум буласаҡ (йәшәү минимумының 100 проценты).

Был түләүҙәр буйынса ғинуар-февраль айҙарында ҡайтанан иҫәпләүҙәр башҡарыласаҡ һәм ата-әсәләр уны февралдә яңы иҫәп буйынса аласаҡ, - тине Юлиә Әлфир ҡыҙы.

Балалар пособиеһы арта
Балалар пособиеһы арта
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: