Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
5 Ғинуар 2022, 13:00

Әкиәттәй мөғжизәле донъя

Яңы Мөсәт ауыл мәҙәниәт йорто алдында "Әкиәттәй мөғжизәле донъя" исемле күңел асыу сараһы үткәрелде.Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауылдың әүҙем йәмәғәтселәре Венер һәм Ғәзизә Тулыбаевтар балалар өсөн генә түгел, ә ата-әсәләр өсөн дә күңелле ҡыш байрамы ойошторҙолар. Бала-саға Венер Тулыбаев эшләгән таусыҡтан шыуҙы, төрлө хәрәкәтле уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы, балалары менән бергә уйнаны, күңел асты. Һыуыҡтан ҡурҡып торманы халыҡ: Зөһрә Тулыбаева, Фирүзә Дәүләтбава, Резеда Ғәббәсова, шулай уҡ ауылыбыҙ килендәре Миңзәлә Шәрипова, Гүзәл һәм Таңһылыу Ишкининалар әҙерләгән сәй табыны янына килеп йылынды.

Әкиәттәй мөғжизәле донъя
Әкиәттәй мөғжизәле донъя

Балалар айырыуса йолаға әйләнгән уйынды: күҙҙе бәйләп бүләктәр ҡырҡып алыуҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Венер һәм Ғәзизә Тулыбаевтар ғаиләһе бүләктәрҙе мул әҙерләгән. Уйындар тамамланғас улар барлыҡ ҡатнашыусыларға яңы йыл бүләктәре, татлы күстәнәстәр таратты. Байрамдың тағы ла бер күңелле нотаһы - салют аттырыу булды. Әйткәндәй, Венер алдағы йылдарҙың береһендә лә балаларға яңы йыл күстәнәстәрен алыуҙа ярҙам иткән. Ул ҡырҙа эшләп йөрөй. Ҡул эшенә оҫта Ғәзизә район үҙәк дауаханаһында балалар бүлегендә эшләй. Ҙурҙан ике ҡатлы матур йорт төҙөп инделәр. Ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр. 
Венер һәм Ғәзизә Тулыбаевтар ғаиләһенә афарин тиергә ҡала! Балалар өсөн әҙерләгән бүләктәрегеҙ үҙегеҙгә ҙур сауап булып әйләнеп ҡайтһын. Сарала ҡатнашҡан балалар, уларҙың атай-әсәйҙәре, артабан да шулай әүҙем, ихлас булып ҡалығыҙ! 

Әкиәттәй мөғжизәле донъя
Әкиәттәй мөғжизәле донъя
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: