Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Ғинуар 2022, 10:05

Уҡыусыларға яңы йыл бүләге

“Атайсал” проекты республиканың ҡала һәм ауылдарынан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең күңел саҡырыуы буйынса яҡташтарына, тыуған еренә ярҙам итеү системаһы.Райондың хөрмәтле гражданы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов халыҡҡа, ярҙамға мохтаждарға йөҙө менән боролған кешеләрҙең береһе.

Уҡыусыларға яңы йыл бүләге
Уҡыусыларға яңы йыл бүләге

“Атайсал” проекты сиктәрендә Хәләф Хәлфетдин улының булышлығы менән күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе уҡыусы балаларға (7-17
йәшлек) мәктәп формалары килтерелгән ине.

Кейемдәрҙе ғаилә хеҙмәтендә яңы йыл байрамдарынан һуң да барып алырға мөмкин. Адресы: Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30, 2-се ҡат, 7-се бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 3-66-74. Яңы йылға тиклем 71 ғаиләнән 114 балаға кейемдәр тапшырылған да инде.

Тамсынан күл йыйыла, тигәндәй, бындай эштәр дауамлы булһын, изге ғәмәлдәргә юлдар һәр саҡ асыҡ.

Уҡыусыларға яңы йыл бүләге
Уҡыусыларға яңы йыл бүләге
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: