Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Ғинуар 2022, 11:05

Уҡыусыларға яңы йыл бүләге

“Атайсал” проекты республиканың ҡала һәм ауылдарынан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең күңел саҡырыуы буйынса яҡташтарына, тыуған еренә ярҙам итеү системаһы.

Уҡыусыларға яңы йыл бүләге
Уҡыусыларға яңы йыл бүләге

Райондың хөрмәтле гражданы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов халыҡҡа, ярҙамға мохтаждарға йөҙө менән боролған кешеләрҙең береһе.

 Күптән түгел “Атайсал” проекты сиктәрендә Хәләф Хәлфетдин улының булышлығы менән күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе уҡыусы балаларға (7-17 йәшлек) мәктәп формалары килтерелгән ине.

Кейемдәрҙе Бөрйән районындағы ғаилә хеҙмәтендә ҡарап алырға мөмкин. Адресы: Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30, 2-се ҡат, 7-се бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 3-66-74. Яңы йылға тиклем 71 ғаиләнән 114 балаға мәктәп формалары бирелгән. Формалар әле бар, яңы йылдан һуң да барып алырға мөмкин.

Бөрйәндән сыҡҡан уңышлы кешеләр күп. Әгәр уларҙың һәр береһе үҙ теләге буйынса тыуған еренә ярҙам күрһәтһә, был тормошто күпкә яҡшыртыр ине.

Тамсынан күл йыйыла, тигәндәй, бындай эштәр дауамлы булһын, изге ғәмәлдәргә юлдар һәр саҡ асыҡ.

Уҡыусыларға яңы йыл бүләге
Уҡыусыларға яңы йыл бүләге
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: