Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Ноябрь 2021, 12:00

Балалар хәүефһеҙлеге

Бөрйән районы прокуратураһы мәғариф тураһындағы, шул иҫәптән белем биреү учреждениеларында балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ҡануниәттең үтәлешенә тикшереү үткәрҙе.

Балалар хәүефһеҙлеге
Балалар хәүефһеҙлеге

Бөрйән районы прокуратураһы мәғариф тураһындағы, шул иҫәптән белем биреү учреждениеларында балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ҡануниәттең үтәлешенә тикшереү үткәрҙе. 5 белем биреү учреждениеһында “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”, “Терроризмға ҡаршы тороу тураһында” (06.03.2006 йылдың 35-се һанлы ФЗ) Федераль закондарҙың талаптары боҙолоуы асыҡланды – аҡса булмау сәбәпле, уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм бинаны һаҡлау ойошторолмаған. Ошоға бәйле, район прокуроры судҡа ғариза менән мөрәжәғәт итте. Суд район хакимиәтенә үрҙә күрһәтелгән сараларҙы финансларға, терроризмдан һаҡланыу, экстремизм һәм терроризмға ҡаршы тороу буйынса ҡануниәттең боҙолоуын бөтөрөргә тигән йөкләмә бирҙе. Дәғүәне ҡарау барышында прокурорҙың талаптары ҡәнәғәтләндерелде, мәғариф учреждениеларына хәүефһеҙлекте тәьмин итеү саралары өсөн аҡса бүленде. Әлеге мәлгә закон боҙоуҙар бөтөрөлгән, лицензиялы һаҡ предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөлгән.

Балалар хәүефһеҙлеге
Балалар хәүефһеҙлеге
Автор:М. ШАМОРАТОВ,прокурор ярҙамсыһы
Читайте нас: