Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Ноябрь 2021, 10:00

Егәрле елде лә егә

Тормош һынауҙарын еңеп сығып, түҙгәнгә – түш, тиеп, егәрлелеге, бөтмөрлөгө арҡаһында байлыҡта, муллыҡта йәшәй Әнисә.

Егәрле елде лә егә
Егәрле елде лә егә

Тормош һынауҙарын еңеп сығып, түҙгәнгә – түш, тиеп, егәрлелеге, бөтмөрлөгө арҡаһында байлыҡта, муллыҡта йәшәй Әнисә.

Әсәйем Әнисә тураһында ул бәләкәй саҡта уҡ: “Ошо бала шул тиклем ҡатынҡы, бер егәрле нәмә булыр ул», - тей торғайны. Юрағаны юш булды – ысынлап та, егәрле, сос ҡатын булып сыҡты ул.

Яҙмыш иркәләмәне уны. Өс йәшендә генә атайҙан тороп ҡалды. Әнисә - ғаиләлә өсөнсө бала. Ике ағайына арҡаланып, иркәләнеп кенә йәшәп ятҡанында аҡыллы, яратҡан оло ағайы фажиғәле үлеп ҡала.


Яҙмыш та аямай уны - ике бала менән иптәшенән айырылырға мәжбүр була.


1995 йылда яҙмышын Берлек егете Рауил Өмөтҡолов менән бәйләй. Уртаҡ өс балаға ғүмер бирәләр. Рауил донъя көтөүгә бик йүнсел, бөтмөр кеше.


Әнисә лә ҡалышмай: оло йәштәге ҡәйнәһен ҡарай, көткән малының ағының бер тамсыһын әрәм итмәй, эшкәртеп, һатыуға сығара. Йәш кенә сағынан ҡорот, ҡымыҙ эшләү оҫтаһы булып танылды. Мин барғанда ла күпләп әҙерләгән ҡорот, ҡымыҙҙарын һаҡлауға ҡуйып йөрөй ине. «Үҙемә тип әҙерләгәнемде лә алып бөттөләр, яңынан эркет ҡайнаттым», - тип тора.


Яҡшы тауарға маҡтау кәрәкмәй, Әнисәнең ризығын күмәртәләй өйөнән килеп алалар. Хаҡты ла хаттин ашып ҡуймай. Күстәнәскә лә йәлләмәй.


Әнисәнең тағы бер сифатын телгә алмай булмай. Иҫ китмәле туған йәнле кеше ул. Рауил да кешенән ялҡмай. Йылы өйгә йылан да эйәләй, тигәндәй, бөтә туғандарына ишектәре шаран асыҡ уларҙың. Ризыҡтары ла мул, күңелдәре лә киң. Хәҙерге ваҡытта был бик һирәк күренеш. Ҡырҙа йәшәгән оло улдары Айбулатты ла ғаиләһе менән ҡайтарып алдылар. Бер йыл ҙур ғаилә булып бергә йәшәнеләр. Хәҙер балалары әсәлек капиталына матур итеп өй һалып, башҡа сыҡтылар. Дүрт ейән-ейәнсәрҙәре “олатай, өләсәй” тип йән атып торалар. Балаларын хеҙмәт менән тәрбиәләй улар. Оло улдары Рәмил полиция хеҙмәткәре, Таһир колледжда машиналар төҙөү йүнәлешендә белем ала, Иркәгөлдәре шәфҡәт туташына уҡый.


Тормош һынауҙарын еңеп сығып, түҙгәнгә – түш, тиеп, егәрлелеге, бөтмөрлөгө арҡаһында байлыҡта, муллыҡта йәшәй Әнисә. Иҫән генә булһындар.

Автор:Г. ҺЫРЛЫБАЕВА.
Читайте нас: