Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Ноябрь 2021, 09:50

“Без бахил не входить” башҡортса нисек була?

Хеҙмәттәшебеҙ Булат Тимерғәлиевтың бер мәҙәген тәҡдим итәбеҙ. 2010 йылда баш ҡалалағы бер дауаханала ятҡанында була был хәл.

“Без бахил не входить” башҡортса нисек була?
“Без бахил не входить” башҡортса нисек була?

Хеҙмәттәшебеҙ Булат Тимерғәлиевтың бер мәҙәген тәҡдим итәбеҙ.

2010 йылда баш ҡалалағы бер дауаханала ятҡанында була был хәл.

Табиптарҙың иртәнге обходы үткәс, ҡағиҙә булараҡ, дауаланыусылар төрлө процедураларға ашыға. Булат үҙенә кәрәкле кабинет янына барып етеүгә әллә күпме халыҡ ишек төбөндәге эскәмйәләрҙә теҙелеп, сираттары еткәнен кем телефонына текәлеп, кем ойоп көтөп ултыра икән. Ә ишектә – яҙыу: “Без бахил не входить!”

Һүҙҙәрҙе тегеләй-былай бороп, ҡыҙыҡ сығарырға яратҡан Булаттың:

-Бәй, “Бәхилләшмәйенсә инмәҫкә” тигәндәр түгелме? – тигән һүҙе лә ишетелә, ойоп ултырған сирлеләр геү итеп ҡала.

“Был һүҙҙәр шул көндән “ҡанатлы фразаға” – лаҡапҡа әйләнде – ҡайһы кабинет эргәһенә барһалар ҙа башҡорт-татарҙар ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай башланы”, тип көлә хәҙер Булат.

Бына шулай, белмәһәгеҙ – белегеҙ: “Без бахил не входить” тигән һүҙҙәр башҡортса “Бәхилләшмәйенсә инмәҫкә” була!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: