Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Ноябрь 2021, 12:10

Радий Хәбиров халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты һәм бәләкәй улдарының милләте тураһында һөйләне

«Мин биш кешенән торған ғаиләбеҙҙе өҫтәнем. Ике ҡыҙым өлкән, айырым йәшәй. Шуға күрә Башҡортостанда минең менән бергә йәшәгәндәрҙе генә яҙҙырҙым”, - тигән Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты һәм бәләкәй улдарының милләте тураһында һөйләне
Радий Хәбиров халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты һәм бәләкәй улдарының милләте тураһында һөйләне

«Мин биш кешенән торған ғаиләбеҙҙе өҫтәнем. Ике ҡыҙым өлкән, айырым йәшәй. Шуға күрә Башҡортостанда минең менән бергә йәшәгәндәрҙе генә яҙҙырҙым”, - тигән Радий Хәбиров.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша Рәсәй Федерацияһы халҡын иҫәпкә алыуҙа ҡатнашты. Республика етәксеһе электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырҙы һәм бөгөнгә дүрт миллиондан ашыу кешене иҫәпкә алыуҙарын билдәләне.

«Мин биш кешенән торған ғаиләбеҙҙе өҫтәнем. Ике ҡыҙым өлкән, айырым йәшәй. Шуға күрә Башҡортостанда минең менән бергә йәшәгәндәрҙе генә яҙҙырҙым. Бер башҡортто һәм ике кескәй башҡортто теркәнем. Улдарым әле бәләкәй, шуға күрә ҡатыным менән уларҙы милләте буйынса башҡорт тип билдәләнек, – тине Радий Хәбиров. – Иҫәп алыу ҡағыҙында бик ҡыҙыҡлы һорауҙар бар, уларҙы иғтибар менән уҡып сығырға, ваҡыт бүлергә кәрәк. Гражданлығым берәү – Рәсәй Федерацияһы. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Алмаштырманым, йыйынмайым, ғорурланам. Дүрт тел беләм: туған телдәр – башҡорт һәм рус, сит телдәр – төрөк һәм инглиз».

Халыҡ иҫәбен алыу ярҙамында Башҡортостан власы халыҡтың күп тармаҡлы структураһына эйә булыр, был иһә ресурстарҙы дөрөҫ бүлергә ярҙам итер, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Беҙ ҡала һәм ауылдарҙа халыҡтың күсеү динамикаһын күрергә тейешбеҙ. Ун йыл һайын ярайһы уҡ ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә. Иҫәп алыу ярҙамында беҙ кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алырбыҙ. Был бик мөһим. Бюджеттан бүленгән һәр һумдың һөҙөмтәлелеге юғары булырға тейеш. Ә быға ошо аҡса мөмкин тиклем күберәк кешеләргә ярҙам күрһәткән осраҡта ғына өлгәшә алабыҙ. Шуға күрә иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырмағандарҙың һәммәһен дә быны мотлаҡ эшләргә саҡырам», – тине республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 14 ноябрендә тамамлана. Иҫәп алыуҙа өс ысулдың береһе ярҙамында: өйҙә иҫәп алыусы менән шәхсән аралашып, иҫәп алыу ҡағыҙҙарын яҡындағы иҫәп алыу пунктында йәки күп функциялы үҙәктә үҙ аллы тултырып, шулай уҡ тәүге тапҡыр – «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында онлайн-форматта ҡатнашырға мөмкин. Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу буйынса илдең тәүге ун төбәге иҫәбенә инде. Республикала халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре 2021 йылдың декабрендә иғлан ителә.

Автор:
Читайте нас: