Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Ноябрь 2021, 10:00

Именлек һәм закон һағында

10 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Именлек һәм  закон һағында
Именлек һәм закон һағында

10 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Был байрамдың башы 1917 йылға – Эске эштәрҙең Халыҡ комиссары А.Рыков “Эшсе милиция тураһында” ҡарарға ҡул ҡуйған көнгә барып тоташа, ә инде 1962 йылдан, СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы, эске эштәр хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы булараҡ билдәләнә. 2011 йылдан милиция полицияға әйләнһә лә, был органдың төп бурысы һәм тәғәйенләнеше үҙгәрмәгән – именлек һәм ҡануниәт һағында уяу тороу.

Беҙҙең Бөрйән районы буйынса эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре лә һөнәри байрамын эштәрендәге тотороҡлолоҡ һәм яҡшы киләсәккә ышаныс менән ҡаршылай.
Һәр хеҙмәттең үҙ алдынғылары, уңғандары булған кеүек, эске эштәр бүлексәһендә лә башҡаларға үрнәк булырҙай хеҙмәткәрҙәр бихисап.


Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр Министрлығының Өфө юридик институтын тамамлап, 2001 йылдың 22 июнендә тыуған районына эшкә ҡайтып, шунан алып эске эштәр бүлегендә эшләүсе полиция майоры Ильяс Фитрат улы Ырыҫбаев  тырыш хеҙмәте, эшкә яуаплы ҡарашы менән йәштәргә өлгө.

Яратҡан эшендә бай тәжрибә туплаған Ильяс Фитрат улы бөгөн – участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса бүлексә начальнигы.
Полиция майорының түшен “Хеҙмәттә фиҙакәрлек өсөн”, “Рәсәйгә ҡушылыуҙың 450 йыллығына ҡарата”, “Участка уполномоченныйҙары хеҙмәте өсөн” миҙалдары биҙәй.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 90-сы һанында уҡығыҙ.

 

 

 

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: