Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Ноябрь 2021, 08:30

Хөрмәтле Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ!

Был байрам йәмғиәтебеҙҙең мөһим ҡиммәттәрен – законлылыҡты һәм тәртипте, кеше хоҡуҡтарын һаҡлау менән бәйләнгән. Һеҙгә граждандарҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау, ауыр минуттарҙа ярҙамға килеү, хоҡуҡ тәртибен боҙоуға ҡаршы көрәшеү бурысы ышанып тапшырылған. Йәмғиәттәге татыулыҡ һәм тыныслыҡ тәү сиратта һеҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа, яуаплылыҡҡа бәйле. Артабан да Рәсәй полицияһының билдәле традицияларын һаҡлап ҡалырһығыҙ, хеҙмәтегеҙҙе намыҫлы башҡарырһығыҙ, тип ышанам.

Матур байрам көнөндә айырым рәхмәт һүҙҙәрен үҙҙәренең ғүмерҙәрен ошо ауыр хеҙмәткә арнаған Эске эштәр органдары ветерандарына еткерәм.

Һеҙгә именлек, ғаилә бәхете һәм еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, һәр ваҡыт юғары һөҙөмтәләргә ирешеүегеҙҙе теләйем!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: