Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Ноябрь 2021, 12:00

«Эшемде бик яратам»

Шулай ти Байназар ауылы почтальоны Нәзифә Зәйнуллина.

«Эшемде бик яратам»
«Эшемде бик яратам»

Шулай ти Байназар ауылы почтальоны Нәзифә Зәйнуллина.

Ул ауыл кешеһе өсөн кәрәкле хеҙмәттәрҙең береһен - хаттар, гәзит-журналдар таратыуҙы ҙур ихласлыҡ менән башҡара.


Ауыр сумка аҫып урамдар буйлап көн һайын тиерлек йөрөргә тура килә уға. Шишәмбе, кесаҙна, шәмбе көндәрендә гәзит-журналдар ташыһа, башҡа көндәрҙә газ, яҡтылыҡ, интернет, телевидение өсөн түләү ҡағыҙҙарын, хаттар тарата, түләүҙәрҙе ҡабул итә һәм уларҙы почта бүлексәһенә тапшыра. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, иртәнән алып ҡараңғы төшкәнсе йөрөгән саҡтары ла булғылай.


-Үҙенең эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған хеҙмәткәр ул Нәзифә. Квитанция ҡағыҙҙарын теүәлләп, түләүҙәрҙе көнөндә үк тапшырып, башлаған эшен аҙағына еткереп, эш сәғәте бөтөүгә ҡарамаҫтан, эштәрен тамамламайынса ҡайтмай. Үҙе тыйнаҡ, сос, тырыш, халыҡ та уны ярата. Ипле, егәрле булғанына күрә эше уңышлы бара, - ти уның хаҡында Байназар почта бүлексәһе етәксеһе Сәрүәр Вәлиева.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 90-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: