Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Ноябрь 2021, 13:00

Эшебеҙ мөһим һәм яуаплы, ти Артур Насибулла улы.

Өс балаға атай булған бынамын тигән ғаилә башлығы Артур Насибулла улы эшенән ҡәнәғәт.

Эшебеҙ мөһим һәм яуаплы, ти Артур Насибулла улы.
Эшебеҙ мөһим һәм яуаплы, ти Артур Насибулла улы.

Өс балаға атай булған бынамын тигән ғаилә башлығы Артур Насибулла улы эшенән ҡәнәғәт.

Эске эштәр бүлексәһе дежур бүлегенең оператив дежурныйы, полиция майоры Артур Насибулла улы Алтынбаев та (һүрәттә) – алдынғылар иҫәбендә. 2008 йылдан эске эштәр органдарында эшләй башлаған белгес 2020 йылдан – оператив дежурҙа. Өс балаға атай булған бынамын тигән ғаилә башлығы Артур Насибулла улы эшенән ҡәнәғәт. “Беҙҙең эшебеҙ оперативлыҡты, теүәллекте талап итә. Дежур частә ғаризалар ҡабул итәбеҙ, мөрәжәғәттәрҙе теркәйбеҙ, бүлексәне һаҡлау ҙа - беҙҙең яуаплылыҡта. 4 оператив дежурный, 4 ярҙамсы 3 сменала тәүлек әйләнәһенә эшләйбеҙ”, - ти ул.


Эйе, һәр эштең үҙ ауырлығы, нескәлектәре, баһа-дәрәжәһе, кәрәк-мөһимлеге. Эске эштәр органдарында эшләгәндәргә лә ауыр, яуаплы, ваҡыт менән иҫәпләшмәй торған эштәрендә Хоҙай ярҙам бирһен, тиергә генә ҡала.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: