Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Ноябрь 2021, 17:05

Янғынды иҫкәртеү яҡшыраҡ

Байназар ауыл хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү  үҙәге инструкторы Илдар Ишбулат улы Аккучуков менән берлектә янғын хәүефһеҙлеге буйынса кәңәшмә уҙҙы.

Янғынды иҫкәртеү яҡшыраҡ
Янғынды иҫкәртеү яҡшыраҡ

Байназар ауыл хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү  үҙәге инструкторы Илдар Ишбулат улы Аккучуков менән берлектә янғын хәүефһеҙлеге буйынса кәңәшмә уҙҙы.

Янғын иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы һәр өйгә ҡуйыу тураһында һөйләшелде. Махсус датчик бик һиҙгер, ул әҙ генә төтөн еҫе, ут булған осраҡта көслө тауыш бирә башлай. Йоҡлап ятҡанда ла уның тауышына уянып, ялҡынды һүндерергә, иҫкәртергә була.


Сигнал ҡоролмалары түбәндәге категорияларға ҡараған граждандарға бушлай бирелә:


- социаль яҡтан хәүефле тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә;


- аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләргә;


- 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып бөгөнгәсә сабыйы тыуған ғаиләләргә;


- 55 йәштән оло булған һәм яңғыҙ йәшәгән кешеләргә;


- Бөйөҡ Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә;


- 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә.


- Һәр ауылда һәр йортто янғын иҫкәртеүсе ҡоролма менән йыһазландырыу - төп маҡсат. Ауылдаштарға магазиндарҙан һатып алып ҡуйыу мөмкинлеген дә ҡарарға кәрәк, - тине ауыл хакимиәте башлығы Айрат Салауатов. Сөнки үрҙә әйтелгән  категорияларға инмәгән ғәиләләргә лә был ҡоролма бик кәрәк.


Кәңәшмәлә янғын хәүефһеҙлеге буйынса И. Аккучуков сығыш яһап, яңғыҙ йәшәгән оло быуын кешеләрен, социаль яҡтан хәүефле тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙе айырыуса күҙ уңында тоторға кәрәклеген иҫкәртте.


Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү, өйҙәр буйлап янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү һөҙөмтәләре нигеҙендә журналды һәм тәҡдимдәрҙе дөрөҫ тултырыу буйынса Байназар ауыл хакимиәтенең профилактик төркөмө тарафынан методик күнекмәләр үткәрелде.

-Янғын һүндереү частәренең алыҫ урынлашыуы үҙебеҙҙе нығыраҡ уяу булырға саҡыра. Шуға күрә янғын һүндереү машинаһы Ҡурғашлы ауылында йылы гаражға ҡуйылды һәм махсус янғын һүндереү тағылмаһы ла Байназар ауылында йылы бинала урынлаштырылды, - тине Айрат Зиннур улы.

Автор:Ә. Йосопов, эштәр менән идара итеүсе.
Читайте нас: