-Беҙҙең Әлиә (баланың исеме үҙгәртеп алынды) телефон ҡосаҡламайынса йоҡламай ҙа ул. Алһаң, истерикаға бирелә. Бөтә донъя шул телефон эсендә йәшәй әле, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ.
-Беҙ ҙә телефонға әүрәтеп кенә ашатабыҙ. Телефон бирмәһәң, көнө буйы иларға может.
-Атаһы ҡайтып инеү менән, юхалап, алдына менеп ултырып, уны үпәсләп булһа ла телефонын ала.
-Беҙҙеке лә шулайта. Былай берәй нәмә эшләйем тиһәң, рәхәт – әүрәп тик ултыра.
Ике йәш әсәйҙең ошондайыраҡ һөйләшеүенә шаһит булырға тура килде.
Эйе, телефон эсендә йәшәйбеҙ шул хәҙер. Ә телефондың бала организмы өсөн үтә лә хәүефле булыуы хаҡында уйланғыбыҙ ҙа килмәй. Үҙебеҙгә уңайлы, үҙебеҙгә комфортлы булһа, еткән.
Баланың органдары тотош бала сағы дауамында формалаша. Электромагнит тулҡындар тәьҫире уларҙың үҫешен боҙорға мөмкин. Был тулҡындар баланың психик һәм физик торошона ла йоғонто яһай.
Кәрәҙле телефондар баланың йоҡоһо боҙолоуға, уның хәлһеҙерәк, йоҡомһорап йөрөүенә, иммунитеты түбәнәйеүгә, хәтере насарайыуға һәм психик етешһеҙлектәргә сәбәп булыуы ихтимал. Балалар капризлана, кәйефтәре йыш һәм тиҙ үҙгәреүсәнгә, бала эмоциональ йәһәттән тотанаҡһыҙға әйләнә. Тынысһыҙ йоҡлай, хатта ваҡыты менән йоҡоһоҙлоҡтан йонсой, насар төштәр күрә. Бала йоҡлап китә алмай ыҙалай, шулай уҡ иртәнсәк ауыр уяна. Йоҡо алдынан үтә ярһыу, ҡуҙғыусан булып китә. Шулай уҡ ҡайһы бер балаларҙың телмәре лә, хәрәкәттәре лә яйыраҡ була башлай.
Планшет менән оҙаҡ ҡулланған баланың күреү һәләте түбәнәйә. Даими рәүештә экранға текләү күрәғарашлыҡҡа килтерә, бер урынға оҙаҡ һәм көсөргәнешле ҡарау арҡаһында күҙҙәрҙә ҡоролоҡ (кибеү) күренеше арта.Был киләсәктә ялҡынһыныуға юл аса тигән һүҙ. Шулай уҡ оҙайлы ваҡыт бер позала булыу арҡаһында умыртҡа һөйәгенә лә зыян килә – ул әкренләп кәкерәйә башлауы мөмкин.
Гаджетты ҡулда оҙаҡ тотоу арҡаһында ҡул суҡтарында үҙгәрештәр барлыҡҡа килеүе, баш мейеһе сигналдары менән ҡул хәрәкәттәре араһында координация боҙолоуы ла ихтимал.
Телефонға оҙаҡ текләп хәрәкәтһеҙ ултырыу һимереүгә юл аса. Өҫтәүенә, телефонға ҡарап ултырған килеш нимәлер ашап ултырырға яратыусылар күп.
Америка белгестәре гаджеттар менән даими ҡулланыусы балалар араһында артыҡ кәүҙә ауырлығынан яфаланыусылар 30 процентҡа күберәк булыуын билдәләгән.
Телефон үҙенең тирәләй көслө электромагнит нурланышы барлыҡҡа килтерә. Уның нурланышы башҡа приборҙарҙыҡына ҡарағанда кеше өсөн хәүефлерәк, сөнки телефонды беҙ һөйләшкәндә лә, уйнағанда ла мейегә яҡын ерҙә тотабыҙ.
Балаларҙың баш һөйәктәре йоҡараҡ һәм уларҙың мейеһенә зарарлы нурҙар тиҙерәк үтеп инә. Баш мейеһенең туҡымалары йылына һәм был айырыуса балаларҙың мейе күҙәнәктәрендә хромосома үҙгәрештәре, уларҙың мутацияһын һәм, шуның эҙемтәһе булараҡ, мейе яман шеше барлыҡҡа килтерергә мөмкин.
Бына шулай, хөрмәтле ата-әсәләр, бөгөн үҙебеҙгә уңайлылыҡ уйлап, балаларыбыҙҙы телефон менән әүрәтеп, хатта уларҙың биҙунланыуына ҡаршы тора алмай, уларҙың киләсәген юҡҡа сығарыуыбыҙ ҙа бик ихтимал.
Бөгөнгө “телефон ҡолдары” тәбиғәттең телен аңламай, матурлыҡты үҙ асылында тоя белмәй, ҡош тауыштарын ишетмәй, шишмә моңдарын тыңламай... Хатта әсәһенең ашарға саҡырыуын да ишетмәй. Сөнки ул теге вируаль донъяла. Йә йәнләнгән йәнһүрәттәрҙе ысын тип ҡабул итеп, шулар араһына инеп киткән, йә (өлкәнерәк балалар) виртуаль донъяла кеше үлтерә, танкты шартлата, ҡәлғәләрҙе емерә...
...Ә теге кибет алдында һөйләшеп торған ике әсәнең береһенең коляскалағы балаһы был мәлдә әсәһенең телефонын һәр яҡлап “өйрәнә” ине: ҡолағына терәп ҡарай, ялап ҡарай... Күҙгә күренмәгән нурҙар теге күҙгә күренмәгән тажзәхмәт ише, аҫтыртын ғына эшен ҡылалыр инде. Нимә ҡылғанын киләсәк күрһәтмәһен ине лә бит...
Телефон ҡоллоғонда үткән тереклектең киләсәге нисек булыр? Был елле һорау...