Бөрйән районы прокуратураһы тарафынан урман өлкәһендә хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барған шәхси эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлегендә тәбиғәтте һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге ҡануниәттәренең үтәлешенә тикшереү ойошторолдо.
Тикшереү барышында Аҫҡар ауылындағы шәхси эшҡыуарҙарҙың пилорамаларында янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлмәүе асыҡланды. Тәғәйен алғанда, объект-ты һәм уның тирәһендәге участканы, шул иҫәптән объекттар араһындағы янғын хәүефһеҙлеге алыҫлығы сиктәрендәге урынды тиҙ яныусы ҡалдыҡтарҙан, сүп-сарҙан, гәрбилдән һәм бысҡы вағынан таҙартыу тәьмин ителмәгән. Объекттарҙың биләмәләрендә янғын щиттары, янғын һүндереүгә тәү кәрәк булған ҡорамалдар юҡ. Объект биләмәһендә изоляциялары зыян күргән кабелдәр һәм электр үткәргестәр файҙаланыла.
Был ҡағиҙә боҙоуҙар ағас материалдарҙың янып китеүенә, граждандарҙың сәләмәтлегенә һәм ғүмеренә, шулай уҡ уларҙың милкенә зыян килтереүе ихтимал.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 4 шәхси эшҡыуар РФ КоАП-ының 20.4 статьяһының 1-се бүлеге буйынса (янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу) административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Бынан тыш, тикшереү барышында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте лә боҙолғанлығы асыҡланды. Шәхси эшҡыуарҙар тарафынан ҡалдыҡтар пилорама эргәһендәге ер участкаһына һалып барыла. Хасил булған ҡалдыҡтарҙың иҫәбе алып барылмай. Шулай уҡ төбәк операторҙары менән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә килешеүҙәр төҙөлмәгән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 4 шәхси эшҡыуар РФ КоАП-ының 8.2 статьяһының 1-се бүлеге буйынса (производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын йыйғанда, һалып барғанда, транспортлағанда, эшкәрткәндә, утилләш-тергәндә йәки зыянһыҙ-ландырғанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге талаптарҙы үтәмәү), 8.2 статьяһының 10-сы бүлеге буйынса (производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә иҫәп алып барыу буйынса бурыстарҙы үтәмәү) административ яуаплылыҡҡа тарттырылдылар.
Асыҡланған закон боҙоу-ҙарҙы бөтөрөү маҡсатында шәхси эшҡыуарҙар адресына күрһәтмәләр бирел-де, улар ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде.
Бынан тыш, шуны белдерәм – урман ҡануниәтен боҙоу факттары тураһында Бөрйән районы прокуратураһына хәбәр итә алаһығыҙ.