Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Ноябрь 2021, 10:00

Эш башы – матур ниәт

Бөгөн хөкүмәттән йә ҡайҙандыр көтөп ятмай, матур эштәр ниәт итеп, шуларҙы үҙ көстәре, ныҡышмаллыҡтары менән сауаплы ғәмәл, матур һәм дөйөм халыҡ өсөн яҡшы һөҙөмтә итеүселәр бихисап.

Эш башы – матур ниәт
Эш башы – матур ниәт

Бөгөн хөкүмәттән йә ҡайҙандыр көтөп ятмай, матур эштәр ниәт итеп, шуларҙы үҙ көстәре, ныҡышмаллыҡтары менән сауаплы ғәмәл, матур һәм дөйөм халыҡ өсөн яҡшы һөҙөмтә итеүселәр бихисап.

Ҡыпсаҡ сығышлы Иҫке Собханғол уҙаманы Илнур Булат улы Шәмиғолов – шулар иҫәбендә.

Юғары белемле юрист – бөгөн шәхси эшҡыуар, Алағуян буйындағы ҡыҫынҡы ғына ерҙе тигеҙләп, үҙе әйтмешләй, 500 КамАЗ-дан артыҡ йөк таш түктереп, заманса матур йорт һалып сыҡҡан, өс бала тәрбиәләгән атай, мәсет юлын һыуындырмаған мосолман ҡәрҙәшебеҙ.
Илнурҙың бынан ике йыл әүәл Республика көнөнә ҡарата газ яғыулығы менән тәьмин итеү станцияһын төҙөтөп, эшкә ебәргәнен беләбеҙ. Яңыраҡ ул Мәжит Ғафури, Тыныслыҡ урамдарында йәшәүсе һәм Алағуян үрендәге халыҡты йылға аша күпер төҙөп тә ҡыуандырҙы.
“7 йыл әүәл Алағуян аръяғына күсеп ултырҙым. Белә-күрә йөрөйөм – халыҡтың күбеһе, юл туралатып, ошо йылға аша йә таҡтанан, йә ике бүрәнәнән арлы-бирле һәм ваҡытлыса әтмәләнгән баҫманан йөрөй. Аҙыҡ-түлек комбинатына эшкә йөрөүселәргә лә йылға аша сығыу бер ыҙа. Үҙем шаһит булғыланым – бала-саға, күпер аша үткәндә тайып ҡолап, мәктәпкә китеп барған еренән кире боролғаны бар. Туҡта, бер сауаплы ғәмәл, джәриә саҙаҡаһы (сауабы оҙаҡ - ошо күпер ҡасан иҫкереп, туҙып, емерелеп бөткәнсе, йәғни халыҡ уның менән ҡасанғаса тиклем файҙаланғансы килеп тора торған) булһын, тип тотондом был эшкә.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 89-сы һанында уҡығыҙ.

Эш башы – матур ниәт
Эш башы – матур ниәт
Эш башы – матур ниәт
Эш башы – матур ниәт
Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: