1961 йылда сәстәрҙе сәскә бәйләнек. Бәрәкәтле Бөрйән ерендә йәшәү, бынамын тигән кеше менән яҙмышымды бәйләп, күп итеп балалар үҫтереү, ошо район халҡы өсөн 40 йыл хеҙмәт итеү, ҡартайған көнөмдә уҡыусыларымдың рәхмәтен ишетеп ултырыу яҙған минең тәҡдиргә. Үкенмәйем. Бик ризамын. Рәхмәтлемен Аллама.
Икеһенә – тотош быуатлыҡ эш
Беҙҙән алдағы быуын, нимә генә тиһәк тә, хеҙмәттә фиҙакәрлек күрһәткән, эш тип янған-көйгән, эштән башҡаны белмәгән, йәшәүҙең бар мәғәнәһен иленә хеҙмәттә күргән быуын.
Бөгөнгө йәштәрҙән айырмалы рәүештә, бәғзе саҡ таяҡҡа – хеҙмәт көнөнә генә эшләһәләр ҙә, хөкүмәттең барын-юғын таптырған тиҫтәләрсә йөкләмәһен намыҫ менән үтәп, ярты быуатлыҡ тигәндәй хеҙмәттәренә бәғзеләре ябай ғына ҡағыҙ – бер бөртөк грамота алмаһалар ҙа, пенсиялары ташҡа үлсәйем генә булһа ла, барына шөкөр итә, ауырлығына сыҙай, әҙәп-әхләҡ ҡанундарына һыйышып йәшәй белгән эштә сыныҡҡан, донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған, әммә һынмаған-бөгөлмәгән, күңелендә өмөт осҡонон бер ваҡытта ла һүндермәгән быуын ул.
Әйтәһе һүҙем ошо быуын вәкилдәренән бер аҫыл пар хаҡында.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 89-сы һанында уҡығыҙ.