Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Ноябрь 2021, 11:00

«Беҙҙә барыһы ла тырышып донъя көтә»

- Халыҡ беҙҙә егәрле, барыһы ла тырышып донъя көтә, яңы матур өйҙәр төҙөйҙәр.

«Беҙҙә барыһы ла тырышып донъя көтә»
«Беҙҙә барыһы ла тырышып донъя көтә»

- Халыҡ беҙҙә егәрле, барыһы ла тырышып донъя көтә, яңы матур өйҙәр төҙөйҙәр.

Тимер ауыл хакимиәте башлығы Фазыл Ҡолдобаев менән ауылдың йәшәйеше тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Фазыл Сәләхетдин улы, ауылдың көнитмеше нисек?
- Халыҡ беҙҙә егәрле, барыһы ла тырышып донъя көтә, яңы матур өйҙәр төҙөйҙәр. Һәр кем үҙ хужалығында мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөп йәшәй, 6 ғаилә крәҫтиән-фермерлыҡ эше менән шөғөлләнә.
Ауылда 537 кеше йәшәй. Мәктәп, балалар баҡсаһы, медпункт, мәҙәниәт йорто, ветеринар участок бар, 4 магазин эшләй. Ләкин балалар баҡсаһы, мәктәп биналары иҫке, мәҙәниәт йорто авария хәлендә. Был тәңгәлдә киләсәктә эшләнәһе эштәр күп. Мәсетебеҙ эшләй, йома намаҙҙары уҙып тора, никахтар үткәрелә. Тик мәсеткә йәштәр килергә ашыҡмай, гел ололар йөрөй. Мәҙәниәт хеҙмәткәре ололар өсөн дә, балаларға ла һәр ваҡыт төрлө мәҙәни саралар, уйындар уҙғарып тора.
Әлеге ваҡытта халыҡ иҫәбен алыу бара. Был эште ауыл хакимиәте хеҙмәткәре Дилбәр Аллабирҙина алып бара. Бик актив эшләй.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 89-сы һанында уҡығыҙ.

«Беҙҙә барыһы ла тырышып донъя көтә»
«Беҙҙә барыһы ла тырышып донъя көтә»
«Беҙҙә барыһы ла тырышып донъя көтә»
Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: