Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Ноябрь 2021, 15:50

Башҡортостанда 33 табип үҙ вазифаһын башҡарғанда ковидтан һәләк булған

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә табиптарҙы дәртләндереү өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Башҡортостанда 33 табип үҙ вазифаһын башҡарғанда ковидтан һәләк булған
Башҡортостанда 33 табип үҙ вазифаһын башҡарғанда ковидтан һәләк булған

 

 «Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәт белдерәм. Беҙ ошо ваҡиғалар араһында һәр ваҡыт уларға рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Уларға ҙур рәхмәт. Төп йөкләмә — табиптарҙа. Яңы йылға хәтлем бүләкләү материалдарын әҙерләгеҙ. Улар эмоциональ, әхлаҡи яҡтан яналар. Беҙҙә йыл ярым «ҡыҙыл зона»ла эшләгән табиптар бар. Байтаҡ табиптарыбыҙ ауырыны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 33 табип үҙ вазифаларын үтәгәндә вафат булды. Хәҙер табиптарға булышлыҡ күрһәтеү бик мөһим, әлегә барыһы ла уларҙан тора», — тине Радий Хәбиров.

Республикала коронавирустан донъя ҡуйған 33 табиптың ғаиләһенә 91 миллион һум аҡса түләнгән.

Автор:
Читайте нас