(Иҫке Монасип ауылында ғүмер итеп, инде баҡыйлыҡҡа күскән атайым
Әйүпов Әхмәт Нурғәле улының яҡты иҫтәлегенә бағышлайым).
Атай… Һинең вафатыңа тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте, ә күңелем һаман ышанмай. Ҡуш усыңдың йылыһын ҡулдарымда тағы тойормон кеүек. Һине һағыныуҙан тыуған һағыш алҡымымдан алһа, ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе ҡулыма алам…
Алдымда – һинең тауышың яҙылған магнит таҫмаһы, һыныңды һаҡлаған фоторәсемдәр, бынан алтмыш алты йыл элек хәрби хеҙмәттән әсәйеңә, минең өләсәйемә, яҙған хаттарың. Берәм-берәм уларҙы барлайым…
Тауышың – танһыҡ. Йотлоғоп-йотлоғоп тыңлайым. Әйтерһең дә, яныбыҙҙа ғына ултырып, үткән тормош юлыңды бәйәнләйһең…
1937 йылдың көҙөндә, йәш ярымлыҡ ҡына сағыңда, атайһыҙлыҡ тигән әсе яҙмыш ғазабына тарығанһың, уға өҫтәлеп килгән һуғыш ыҙалары береһенән-береһе хәтәрерәк һынауҙар алдына ҡуя. Магнит таҫмаһындағы һинең тауышың шул йылдарға алып китә: «Бала саҡта иң ауыры аслыҡ булды. Ҡышҡылыҡҡа ҡырҙа нимә бар – шуны әҙерләнек. Йүкә ҡайырыһын һыҙырып, турап, киптереп, тирмән менән тартып, шуны ҡырҙыҡҡа ҡушып бешерә ине әсәй…»
Сабира өләсәйемдең рухы алдында баш эйәм. Мең-мең рәхмәт уға балаларына йәшәү көсө, йәшәү рухы биргән өсөн.
1954 йылдан 1957 йылға тиклем һин Германия Демократик Республикаһында хәрби хеҙмәт юлы үткәнһең. Һәр хатыңда өләсәйемә йылы һүҙҙәр яҙғанһың. Аҡыллы кәңәштәрең, хат аҙағына яҙған тәьҫирләндерерлек таҡмаҡтарың яңғыҙы ғаилә йөгөн тартҡан әсәйеңә рухи көс бирмәй ҡалмағандыр:
Уфа йыраҡ, Уфа йыраҡ,
Уфанан Мәскәү йыраҡ.
Ҡайтыр инем, илем йыраҡ,
Ҡайтмаһам, яна йөрәк.
Күренеп ята күп илләр,
Күренеп ятһа ла күп илләр,
Күренмәй тыуған ерләр.
Аҡҡош балаһын өйрәтә,
Ағын һыуҙа йөҙөргә.
Бик күп сабырлыҡтар кәрәк
Сит илләрҙә түҙергә.
Һауаларҙа ҡоштар
осҡан саҡта,
Юғалғансы ҡарап ҡаламын.
Һыҙылып ҡына таңдар
атҡан саҡта,
Һеҙ әнкәйҙе иҫкә аламын.
Әрменән ҡайтып күп тә тормай, атай күрше Байғаҙы ауылынан Һәҙиә исемле бик матур ҡыҙҙы, беҙҙең буласаҡ әсәйебеҙҙе, кәләш итеп ала.
Хәтерләүҙәр солғанышында ҡалам. Иҫ белгәндән алып беләм: атай наҙы, әсәй мөхәббәте оҙата килде беҙҙе, ете баланы. Әсәйем – ут, атайым – һыу кеүек, ике йәшәү сығанағы булып, балаларын тормош ҡаршылыҡтарына бирешмәҫкә өйрәттеләр. Әсәй өсөн атай дәрәжәһе һәр саҡ юғары булды. «Йөрәгемдең яртыһы – атайығыҙ, ете балама йөрәгемдең икенсе яртыһын бүлеп бирәм», – ти ине әсәй, атай иҫән саҡта. Әсәйем алдында баш эйәм. Ул атай дәрәжәһе төшөнсәһен мейемә һеңдерҙе.
Атайым бер ваҡытта ла нәсихәт уҡыманы. Уның һәр һүҙе, әйтерһең дә, көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡ. Хәтеремдә, мин мәктәпте тамамлап, Өфөгә уҡырға юлланғас, атай мине «ИЖ-Юпитер» мотоциклында (ауылда тәүге мотоцикл булды) Бөрйән аэропортына илтте. Тыуған ауылынан башҡа ер күрмәгән ун ете йәшлек ҡыҙ балаһын яңғыҙ-ярым алыҫ ергә оҙатыуы ауыр булғандыр уға. Шул саҡ күҙемә йәш төйөлдө, самолетҡа аяҡ тартмай. «Ос, балам!» – булды уның бөтә һүҙе. Атайымдың шул һүҙе һаман ҡолағымда, миңә ышаныс менән ҡараған күҙҙәре, матур һын-ҡиәфәте һаман күҙ алдымда. Эйе, мин остом. Ҡәҙерлемдең ошо бер һүҙгә генә һыйған оло фатихаһын алып, тыуған оямдан остом.
Атайым менән әсәйемдең кәңәштәре алтынға бәрәбәр. Аңлай һәм үтәй белгәндәргә улар бәхет килтерә. «Булғанды бер ваҡытта ла әрәм-шәрәм итмәгеҙ», «яңыны иҫке күтәрә», «эште эшкә алмаштырыу – ял», “көлгә күмһәләр, көлөп килеп сыҡ, балсыҡҡа күмһәләр, балҡып килеп сыҡ”, “үҙеңдән башҡа кешене әүлиә тип бел” һәм башҡа кәңәштәре – тормош мәктәбе.
Артабан хәтер йомғағымды һүтәм. Минең иҫ белә башлаған ғына мәл. Атай яңы өй һалырға ниәтлөнде. Ҙур булмаған уҫаҡ өй күтәреп, беҙҙе шунда күсерҙе лә, иҫке өйҙө һүтеп, уның бүрәнәләренән һал ҡороп, яҙғы ташҡын һыу осоронда Нуретдин апам һәм Ирек ағайым менән бергәләп Ағиҙел буйлап ағыҙып алып төшөп китте. Оҙаҡ ҡына ҡайтманы улар. Бер ваҡыт ҡояштай йылмайып ҡайтып инде. Иҫке өйөбөҙҙө Мәләүез районындағы бер ауылда һатып алғандар. Тәүәккәлләгән – таш ярған, шулай итеп, яңы өй төҙөү өсөн аҡса туплап ҡайтты атайыбыҙ. Бер тоҡ итеп күстәнәскә алып ҡайтҡан кәнфитенән тәмлерәк кәнфит ашағаным юҡ әле лә.
Колхоздың баш ветврачы булып эшләгән атайымды яҡын тирәләге бөтә ауыл халҡы яратты, сөнки, кемдең генә малы ауырыһа ла, иң беренсе ярҙам күрһәтеүсе ул булды. Малды ла бит төрлө ауырыу яфалай. Атайымдың нимәгәлер бик асыуланған сағында әйткән әр һүҙе лә ни бары «һыйыр ауырыуы» булды, унан яман һүҙ белмәне.
Колхоздың һәм ауылдың малдарын ул ауырыуҙарҙан ғына түгел, ә бүре һәм айыуҙан да һаҡланы. Кеше малына зыян килтереүсе тиҫтәләгән бүрене, ике айыуҙы юҡ итте атайым. Бер ваҡыт Арҡа баҫыуы янында ауыл һыйырҙарына айыу һунар итә башланы. Халыҡ хатта бесәнгә сығырға ҡурҡа. Бер көн иртән торһам, ишек алдындағы арба тирәләп ауылдаштар ах та ух килеп нимәлер ҡарай. Яҡын барһам – айыу. Шул тиклем ҙур, туналған ҡул суғы янында оло кеше ҡулы сабый ҡулындай ғына. Тырнаҡтары – ҡот осҡос. Унан бер йән эйәһе лә ҡотола алмаҫ. Туналған килеш бер арба булып ятты. Итен ауыл халҡына таратты атай. Йыртҡыстың тиреһен, атайымдың мылтығын иртәгәһенә үк райондан килеп бер ағай алып китте.
Атайымдар бесәнгә китте, сират буйынса мин донъя көтөргә ҡалдым. Мин бесәнселәр ҡайтыуына тауыҡ сүпләһә лә бөтмәгән эштәрҙе эшләргә тейешмен. Ул ваҡытта туристар күп йөрөй торғайны. Ҡапҡаны эстән бикләп куйырға ҡушалар. Мин дә ҡапҡаны бикләп, эшкә тотонһам, тукылдаталар. Ҡурҡышымдан ҡапҡаны асыу түгел, янына барырға ҡыймай, ҡойманың ярығынан ҡарайым. Бер ят ағай. Асманым. Шым ғына йөрөп эш бөтөрәм. Ә ул шунда мәктәп ҡоймаһында ултырҙы кис еткәнсе, атайҙар бесәндән ҡайтҡансы. Бойороҡ ҡаты булғандыр инде. Мылтыҡһыҙ, тиреһеҙ ҡайтмаҫҡа. Атай шулай итеп мылтығынан яҙҙы.
Бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте атай менән әсәй. Тәбиғәткә, ергә яҡын булыу йәшәргә көс бирә, күп бәләнән ҡотҡара.
Әйберҙәргә талон башланғас, сәйҙе үҙебеҙ эшләп алдыҡ. Атайыбыҙ күрһәтмәһе буйынса, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, еләк, ҡурай еләге, ҡарағат япраҡтары йыйып алып ҡайттым. Атай шифалы үләндәрҙе шунда уҡ ит турағыс аша үткәреп, өҫтөн ҡаплап быҡтырырға һалды. Бер тәүлектән һуң, быҡҡан массаны киптереп ыуалағас, хуш еҫле һәм файҙалы сәй әҙер булды. Ҡыш буйы ошо сәйҙе эсеп рәхәтләндек.
Колхоздар бөтөрөлгәндән алып иген үҫтерелмәй беҙҙә, ә малға, ҡош-ҡортҡа ашлыҡ кәрәк. Был осраҡта ла яй таба атай. Сифатлы итеп ат санаһы, сбруй эшләй һәм ялан яғына алып барып (беҙҙә Баймаҡ яғын шулай тиҙәр) игенгә алмаштыра.
Ир кешенең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр. Атайымдың айырылмаҫ юлдашы ат булды. Йәйге кистәрҙә ауылыбыҙ эргәһендәге Тәпәнәк, Ҡыйрат тауҙары итәгендә утлап йөрөгән аттарҙың ҡыңғырау сыңы әле булһа ла ҡолағымда. Ул сыңдар юҡ хәҙер. Бөгөн ауылдаштар машина, трактор менән генә эш итә. Ҡояш байығас, бер-бер артлы бесәндән ҡайтҡан арбаларҙың келтерләгән тауыштары ла танһыҡ бер моң кеүек кенә.
Ҡыҙыу май ҡояшы аҫтында Масаҡ, Шыуҙырғыс тауҙары аша йәйәү артылып, Ерәнсәй ҡонажынын Кепестәрҙең йылҡы көтөүенә ҡушырға алып барған атай. Бик ҡабаланған – хеҙмәттәше Вара апаның етеһен уҡытыуға ҡайтып етер кәрәк, тигән. Бәхеткә күрә, Ерәнсәйҙе аръяҡ көтөүенең айғыры ҡабул иткән үҙ биләмәһенә. Ә бер көн алда Мишәр көтөүенән кире ҡағылып ҡайтҡан булған йәш бейә малы. Әллә ҡыуанысынан, әллә бейек тауҙар хәлен алған атайымдың - йөрәге түҙмәгән… Тик ҡулдары Ерәнсәйҙең йүгәнен һис тә ысҡындырғыһы килмәй.
Ғүмер беҙҙән генә
ҡалмаған бит,
Килер бер саҡ үлем –
ят ҡунаҡ.
Ауһам ине шул саҡ
бәйгеләрҙә
Йөрәге ярылып үлгән
ат һымаҡ…
Мостай Кәримдең был юлдары, әйтерһең дә, атайым тураһында.
Атай, атай... Һинең ҡыҙың булыуыма сикһеҙ ғорурлыҡ кисереп йәшәүемде белһәң икән! Быйыл тәү тапҡыр Атайҙар көнө билдәләнек. Ә минең өсөн Атай, Әсәй көнө ул көн дә бала өсөн, сөнки беҙҙең ҡанда улар ҡаны йәшәүен дауам итә... Беҙҙең йөрәктәрҙә улар ҡаны аға.
Рәғиҙә ИСТӘКОВА.