Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
28 Сентябрь 2021, 09:35

Бал ҡортоноң серен белгәс...

...Хәҙер солоҡтарға көҙгө ревизия мәле етте. Көҙгө ревизияны әүәлдән тәүге көслө ҡырауҙан һуң яһағандар. Көндөҙ йылы, аяҙ, төндәрен һыуытып торған мәлдәр иң уңайы. Был мәлгә бала ҡорттар сығып бөткән була. Тәүге ҡырауҙан һуң бал бешә, ҡуйыра. Әле 17 солоғом бар. Быйыл бер солоҡтан уртаса 10-15 кило бал сығыр тип өмөтләнәбеҙ. Йылына ҡарап, бер солоҡтан 40 килоға тиклем бал алырға мөмкин.

Бал ҡортоноң серен белгәс...
Бал ҡортоноң серен белгәс...

Хәҙер солоҡтарға көҙгө ревизия мәле етте. Көҙгө ревизияны әүәлдән тәүге көслө ҡырауҙан һуң яһағандар. Көндөҙ йылы, аяҙ, төндәрен һыуытып торған мәлдәр иң уңайы. Был мәлгә бала ҡорттар сығып бөткән була. Тәүге ҡырауҙан һуң бал бешә, ҡуйыра.

Әле 17 солоғом бар. Быйыл бер солоҡтан уртаса 10-15 кило бал сығыр тип өмөтләнәбеҙ. Йылына ҡарап, бер солоҡтан 40 килоға тиклем бал алырға мөмкин.

 

 

Эйе, Бөрйән һәм бал тигән төшөнсәләр айырылғыһыҙ: Бөрйән, тиһәң, бал күҙ алдына баҫа, бал, тиһәң – Бөрйән.

Ә Бөрйәндең төпкөл ауылдарының береһе һаналған Ғәлиәкбәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел – өй аша тигәндәй умарта тоталар был ауылда. Быуындан - быуынға, атанан улға күсә килгән тамғалы солоҡтар ҙа бихисап.

Иштуған Байғазин да, үҙе әйтмешләй, иҫ белгәндән алып ҡорт араһында. Бишектән төшкән дә умарталыҡҡа ла сыҡҡан, тиерһең.

- 4-5 йәштән умарталыҡтамын инде, - тип йылмая уҙаман.

Бөгөнгө көндә улы менән икеһенә 140-тан артығыраҡ умарта тоталар. “Дадандар (ағас умарталар) етһә, 500-1000 башҡа еткерергә лә йыбанмаҫ инем. Бал ҡорттарынан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым”, ти икән Иштуған, бында хаҡлыҡ бар.

Һүҙҙе быйылғы үҙенсәлекле йылда (үтә ҡоро, ямғырһыҙ һәм эҫе) бал уңышы нисек икәнен барлауҙан башланыҡ.

- Быйыл йүкәнең ныҡ, хатта ҡотороп сәскә атыуына һоҡланып та, аптырабыраҡ та ҡараным. Ныҡ көслө булды беҙҙең яҡта йүкә сәскәһе. Тонналап булыр инде бал, тинек. Ләкин тәбиғәттең үҙ закондары, көйләнеше. Хоҙай бөтә нәмәне лә самалап бирә бит ул. Анау 40 градуслыҡ эҫелектәр балды ныҡ киптерҙе. Уға ла дым кәрәк бит. Уның ҡарауы балдың ауырлығы һәйбәт, ҡуйы булды. Шөкөр, уңыш былай насар түгел быйыл. Уңышлы йыл булды, тиһәң дә була. Һәр умартанан уртаса 25 кило тирәһе сыҡты.

Балды һатыу проблемаһы юҡ – бөгөнгө көндә минең һатырлыҡ артыҡ балым ҡалманы. Ҡырҙан килеп алып бөттөләр. Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, хатта Мәскәүҙән, күрше республикаларҙан киләләр.

Хәҙер солоҡтарға көҙгө ревизия мәле етте. Көҙгө ревизияны әүәлдән тәүге көслө ҡырауҙан һуң яһағандар. Көндөҙ йылы, аяҙ, төндәрен һыуытып торған мәлдәр иң уңайы. Был мәлгә бала ҡорттар сығып бөткән була. Тәүге ҡырауҙан һуң бал бешә, ҡуйыра.

Әле 17 солоғом бар. Быйыл бер солоҡтан уртаса 10-15 кило бал сығыр тип өмөтләнәбеҙ. Йылына ҡарап, бер солоҡтан 40 килоға тиклем бал алырға мөмкин.

Әле үк килоһын 2000 һум менән һорап йүгереп йөрөйҙәр. Солоҡ балы бит экологик яҡтан иң таҙа, иң файҙалы бал. Унда төрлө микроэлементтар бик күп. Тонна алһаң да һатылып бөтә ул бал. Солоҡ балы, етмәһә, йүкәнән генә түгел, төрлө үлән-сәскәләрҙән дә йыйыла.

Ауылда умартасылыҡ кәсебенә тотоноусылар йылдан-йыл арта. Солоҡҡа күңел һалыусылар ҙа күбәйә. Урманға түмәр умарталар алып барып ҡуялар, солоҡ ябалар.

Солоҡтарҙы тайыштабан тәләфләмәйме икәнлеге менән ҡыҙыҡһынам.

Хәйер, һүҙ башындағы теге теҙмәлә айыу ҙа бар бит әле. Бөрйән, тиһәң, бал, айыу, тиҙәр бит инде. Шулай булғас, солоҡ тураһында һүҙ алып барғанда тайыштабандарҙы телгә алмау яҙыҡ булыр ине.

- Солоҡтарҙы айыуҙан һаҡлау буйынса төрлө ысулдар бар бит хәҙер. Һатыуҙағы шалтыр-шолтор замана уйынсыҡтарын да, ҡатмарлыраҡтарын да, сәнскеле тимер сыбыҡтар ҙа файҙаланабыҙ.

Айыуҙарҙың да төрлөһө була бит ул. Уларҙың ҡайһыларылыр үлән менән туҡлана, ҡайһыларылыр малға һунар итә. Быйыл айыу беҙҙә 4 һыйырҙың, бер аттың башына етте. Малға тейгәне айырым уның. Ә балдың тәмен бер белеп алһа, бәлә инде. Унар солоҡто юҡ иткән саҡтары булды. Сара күрмәһәң, рәхәтләнә, - тип айыуҙар темаһына ла ҡағылып үтте әңгәмәсем.

- Атай ғүмере буйы умарта тотто. Башта миңә ҡорт сағыуҙан аллергия була торғайны. Яйлап бөттө. Әҙерәк эшкинә башлағас, йәй буйы тиерлек ҡорт баҡсаһынан сығылманы. Быны ауыр эш тип ҡабул итмәнем, күңел ятҡан шөғөл булғас, үҙем ашҡынып тора торғайным. Бына 50 йыл тирәһе ошо иҫ китмәле ҡыҙыҡ һәм файҙалы бөжәктәрҙән айырылғаным да юҡ. Техникум, ситтән тороп институт тамамланым. Бал ҡортона ҡағылышлы журналдар, китаптар уҡырға яратам. Ғөмүмән, был өлкәгә ҡағылған һәр яңылыҡ менән танышып барырға тырышам. Бүтәндәрҙең ниндәй алымдар ҡулланыуы ҡыҙыҡ бит. Файҙалыһын отоп алып, үҙем ҡулланып ҡарайым. Белмәгәндәргә өйрәтеп ебәрәм.

Бер ауыл эсендә лә һәр кем бал ҡортон үҙенсә ҡарай. Тәү ҡарашҡа артыҡ мәшәҡәте юҡ һымаҡ күренһә лә, бал ҡортона тәрбиә ныҡ кәрәк. Ҡыҫҡаһы, ҡара яҙҙан мәж киләһең инде. Тик быны ялҡып әйтмәйем. Ныҡ яратам бал ҡорттарын ҡарауҙы, ошо шөғөлдө. Көҙгөһөн таҙартып, тәрбиәләп, баҙға индереп ултыртҡас, өҫтән йөк төшкәндәй булып китә былай. Инде ял итергә лә мөмкин. Хәйер, яратҡан эш ялҡытмай бит ул. Эше лә, ялы бергә бара. Эштең айышына төшөнөп, тәртибен белеп, бер юлға һалып алһаң, бер ҡыйынлығы юҡ. Беҙ, мәҫәлән, киләһе миҙгелгә бөтә нәмәне әҙерләп тә ҡуйҙыҡ инде. Ғаиләбеҙ менән бергә тырышҡас, ауырлығы бөтөнләй һиҙелмәй. Улдарым, ҡыҙым, ҡатыным – барыһы ла эш рәтен белә. Хатта ейәнсәребеҙ – кескәй Сафия ла байтаҡ нәмәгә төшөнөп алған. Тәүге тапҡыр ҡорт саҡҡанда ғына иланы ла, хәҙер иҫе лә китмәй.

Бал – Аллаһы Тәғәлә биргән мөғжизәле ризыҡ бит ул. Йәш бал борғас, хәйер итеп тә таратабыҙ.

Бал ҡортон яратып ҡарар кәрәк. Нәфсе өҫтөнлөк итергә тейеш түгел. Шул саҡта ғына бәрәкәтле, ырыҫлы була был кәсеп. Аллаға шөкөр, шул бал көсө менән өс балама ла Өфөнән фатир һатып алып бирҙем. Ҡыҙым Өфөлә Аграр университетта үҙ фатирынан йөрөп уҡый.

Йәнә ауылда беҙҙең урынлашҡан урыныбыҙ бал ҡорто тотоуға уңайлы – өйөбөҙ урманға терәлеп тора, эргәлә генә йылға. Бал ҡорто тотҡан урында үтәтма ел булырға тейеш түгел. Яҡында һыу булыуы ла шарт.

Урман түше киң бит ул. Беҙҙә бал ҡорто аҫрар өсөн урмандар ҙа, ер ҙә етәһе. Тырыш ҡына. Йәш кеше, мәҫәлән, кредит юллап булһа ла, 3-5 умарта бал ҡорто алып аҫрай башлаһа, үрсеп, ул үҙен аҡлаясаҡ. Тик бал ҡорттарының үҙҙәре кеүек тырыш, теүәл булыу шарт. Иң мөһиме, уларҙы яратып аҫрарға кәрәк.  Беҙҙә йәнә умарталар эшләү менән булышҡан ойошма юҡ. Умартаның береһе 5000 һум тора. Әйҙә, умарта эшләп һат. Алыусылар буласаҡ. Сөнки умарта тотоусылар күбәйә.

Беҙ ҡатыным Әминә менән ғаилә ҡорғас, атайым – 3 баш, ҡайным бер баш бал ҡорто биргәйне, беҙҙең умарталар шунан ишәйҙе. Әлбиттә, төрлө ваҡыттар булып китә, уңышһыҙ йылдар ҙа булғылай. Иң мөһиме, күңелде төшөрөргә ярамай.

Бал ҡорттары күпләп үлә йәки ҡышлау ваҡытында күп ҡорттар үлгән, тигән хәбәрҙәр ҙә ишетелгеләй ҡайһы саҡ. Быларҙың сәбәбе - тәрбиә етмәү. Ҡышлау урыны дөрөҫ төҙөлмәгән булһа ла ҡорттар үлә. Дарыу-фәләнен дә мәлендә дөрөҫ биреп тороу шарт. Сит илдә, айырыуса Ҡытайҙа етештерелгән дарыуҙар менән мауығырға ярамай.

Ҡыҫҡаһы, табыш алам, тиһәң, был мөғжизәле йән эйәләренең тормошон да, уларҙы тәрбиәләү ысулдарын да ғүмер буйы өйрәнәһең инде. Шунда ғына уңышҡа өлгәшергә була.

Ҡорттар менән һөйләшә-һөйләшә йөрөйөм мин эшләгәндә. Улар ҙа мине аңлай һымаҡ.

Әйткәндәй, ҡырҙан килгән кешеләр һуңғы ваҡытта солоҡ ағасына экскурсия яһатыуҙы һорай башланы. Солоҡтан алынған балды тәмләп ҡарау улар өсөн ҙур ваҡиға.

7-селә уҡыған улым Данил да “ҡорт йәнле”- атай, ҡасан ҡорт ҡарайбыҙ, тип кенә тора. Хәҙер ҡорт ҡарау серҙәренә төшөнөп бөттө тиерлек инде. Айырған күсте лә ҡойоп ала. Ҡатыным Әминә лә мин өйҙә булмағанда ҡорт айырғанда күсте ҡойоп ала белә. Ҡыҫҡаһы, ғаиләбеҙ менән был эштең нескәлектәренә төшөнгәнбеҙ, - тип бик ихлас бәйән итте Иштуған Байғазин.

Ғөмүмән, Байғазиндарҙы тырыш, уңған ғаилә итеп беләләр Ғәлиәкбәрҙә. Ошоға тиклем ат та тотҡандар. Әле ике һыйыр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. 30-50 башлап ҡаҙ алып үҫтерәләр. Йәшелсә, емеш-еләк тураһында әйтеп торорға ла түгел. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ ҡулдары, тырышлыҡтары менән болло булып, бәрәкәтле, ырыҫлы ғүмер итәләр. Хәйер, терегөмөш кеүек теремек, сос Әминә менән һәр эшен төптән уйлап эшләүсе, ғаиләһе етеш, мул йәшәһен өсөн бар көсөн һалыусы ысын-ысынлап арҡа терәр ир-егет булған Иштуғандың ғаиләһендә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел дә... Ике уңған тап килгән бит.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: