Атай кеше үҙенең 8-се класта уҡыған улын аферистар алдауы хаҡында хәбәр иткән. Яман ниәт менән эш итеүселәр үҫмер менән мессенджер аша бәйләнешкә сығып, үҙҙәрен Үҙәк банк, Росфинмониторинг һәм медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тип таныштырғандар.
“Медицина тикшереүе үтеү” һәм “аҡсаларҙы сит илгә күсереүҙән һаҡлау” тип алдап, үҫмерҙе бер нисә банк операцияһы эшләргә мәжбүр иткәндәр.
Һөҙөмтәлә, ғаилә 4 000 000 һум аҡсаһынан яҙған.
Телефон аша эш итеүсе бурҙарҙан һаҡ булайыҡ!
Фото:Ксения Калинина.
“Башинформ”дан.