Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе 71 йәшлек ир кешегә таныш булмаған номерҙан шылтыратып, үҙҙәрен, йәнәһе лә, Росфинмониторинг һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре тип таныштырғандар.
Улар, ниндәйҙер билдәһеҙ кешеләр һеҙҙең банк иҫәптәренә инеү мөмкинлеге алған, тип алдап, оло йәштәге ирҙе аҡсаларын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә кәрәклегенә ышандырғандар.
Пенсионер бер нисә көн дауамында төрлө банк номерҙарына, дөйөм алғанда, 4 миллион һумдан артығыраҡ аҡсаһын күсергән.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Барығыҙҙы ла тағы бер тапҡыр уяу булырға һәм таныш булмаған номерҙарҙан һәм шикле кешеләрҙән шылтыратыуҙарға ышанмаҫҡа саҡырабыҙ!