- Ултырышта мәктәптәрҙә белем байрамын үткәреү осоронда террористик йүнәлештәге енәйәттәрҙән һаҡланыу саралары,
- Берҙәм тауыш биреү көнөндә граждандарҙың хәүефһеҙлеген һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса саралар,
- мәғариф һәм йәштәр мөхитендә, сепаратизм, милләтселек янауҙарын, экстремистик енәйәттәрҙе иҫкәртеү саралары тураһында докладтар менән сығыш яһанылар.
Комиссия ҡарары менән Белем биреү персоналының һәм уҡыусыларҙың ҡораллы һөжүм ваҡытында, шартлатҡыс ҡоролма тапҡанда, янғын һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда хәрәкәт итеү тәртибе тураһында инструктаждар, күнекмәләр, дәрестәр үткәреү маҡсат итеп ҡуйылды.
Күпләп булған урындарҙа уяулыҡты һәм гражданлыҡ яуаплылығын арттырыу, шулай уҡ һайлау участкаларында тәртип боҙоу осрағында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеү кәрәклеге әйтелде.
Педагогик состав, уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән профилактик, тәрбиәүи саралар, иҫтәлекле даталарға арналған патриотик осрашыуҙар үткәреү планлаштырылды.