Комплекслы сценарий буйынса ҡатнашыусылар билдәле алгоритмдарға ярашлы уҡыу мәсьәләләрен үтәне.
Беренсе мәсьәлә: Белем биреү ойошмаһында дәрес уҡытыу процесы бара, уҡытыусылар үҙ кластарында (кабинеттарында), ойошма етәксеһе, һаҡ хеҙмәткәре лә эш урынында.
Һаҡсы иғтибарын ситкә йүнәлтә һәм төп ишектән мәктәп бинаһына ҡорал менән 3 билдәһеҙ кеше ингәнен күрмәй.
Енәйәтселәр һаҡсыларҙы хәүеф сигнализацияһы төймәһенә баҫып өлгөрмәҫ элек нейтралләй. Артабан, уҡыу кластарының береһенә ингәс, улар педагог хеҙмәткәрен һәм уҡыусыларҙы ҡулға (заложник) алалар. Был класс менән күрше бүлмәләрҙә көслө ҡысҡырыуҙар, утлы ҡоралдан атыу тауыштары ишетелә.
Енәйәтселәр рәсәй федерацияһы субъектының башҡарма власть органдарына шылтырата һәм талаптар ҡуя, уларҙы үтәгәндән һуң заложниктарҙы азат итергә вәғәҙә итәләр.
Икенсе мәсьәлә: «Барыһына ла иғтибар!» һауа сигналына ярашлы ғәмәл үтәү.
«Иғтибар, барығыҙҙың да мәктәптең подвалына төшөүен Һорайбыҙ».
Киләсәктә ошондай күнекмәләрҙе нығытыу, шулай уҡ уҡыусыларҙы ла өйрәтеү планлаштырыла.