Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
23 Март , 07:35

Мәскәү өлкәһендә ҡот осҡос теракт

Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында ҡот осҡос теракт булған. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, 40 ҡорбан бар. Йөҙҙән ашыу кеше тән йәрәхәттәре алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандарҙың һаны күберәк булыуы ихтимал.

Мәскәү өлкәһендә ҡот осҡос теракт
Мәскәү өлкәһендә ҡот осҡос теракт

“Крокус Сити Холл”ға, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 3-тән 15-кә тиклем ҡоралланған кеше барып ингән һәм кешеләргә ата башлаған.

Был ваҡытта “Крокус”та “Пикник” рок-төркөмөнөң концерты барған.

Атыш ҡына түгел, шартлау ҙа ойошторған ҡәбәхәттәр. 

Ғәйепһеҙ ҡорбан булғандарҙың яҡындарына сабырлыҡ насип итһен Аллаһ.

23-24 мартта республикала барлыҡ күңел асыу саралары тыйыла. Р. Хәбиров ошо туралағы боойороҡҡа ҡул ҡуйған.

(“Башҡортостан” гәзите төркөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: