Антитеррор
21 Октября 2023, 08:00

Ришүәт биргән өсөн яуаплылыҡ ҙур

Бөрйән районының дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе полиция хеҙмәткәрҙәренә ришүәт биргән өсөн яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртә. ЮХХДИ хеҙмәткәренә ришүәт бирергә маташыуҙар теркәләсәк һәм енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ришүәт биргән өсөн  яуаплылыҡ  ҙурРишүәт биргән өсөн  яуаплылыҡ  ҙур
Ришүәт биргән өсөн яуаплылыҡ ҙур

Хеҙмәткәрҙе ришүәт алырға ҡоторторға маташыу  ҙур штраф алыуға һәм хатта иректән мәхрүм ителеүгә килтереүе ихтимал.

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 291-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, вазифалы кешегә шәхсән йәки аралашсы аша ришүәт биргән өсөн ришүәт суммаһының утыҙ тапҡырҙан алтмыш тапҡырға тиклем күләмендә штраф һалына йәки ришүәт суммаһының утыҙ тапҡырға тиклем күләмендә штраф менән һигеҙ йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең хоҡуҡтарын, бурыстарын һәм бындай осраҡтарҙа нисек эш итергә кәрәклеген яҡшы белә.

Автоинспекцияның патруль автомобилдәре видеотеркәү саралары менән йыһазландырылған, улар юлда ла, автомобиль салонында ла нимә барғанын теркәй.

Граждандың полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим иткән яҙмаһы ғәйепләнеүсегә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше материалдарына беркетелергә мөмкин. Дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһын да юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа һәм административ яуаплылыҡтан ҡасып ҡалырға маташып, вазифалы кешеләргә бүләктәр тәҡдим итмәҫкә саҡыра.

 

С. Буранбаев,

ЮХХДИ инспекторы,

өлкән лейтенант.

 

Автор: