Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
29 Март 2023, 15:10

СВО-лағы райондаштарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларға сауаптар насип булһын

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы райондаштарыбыҙға ярҙам йыйыу дауам итә. Мәрхәмәтлелек, изге күңеллелек күрһәтеү Рамаҙан айында айырыуса сауаплы. Әле райондаштар араһында ихлас ҡына ярҙам итеүселәр байтаҡ. Мәҫәлән...

СВО-лағы райондаштарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларға сауаптар насип булһын
СВО-лағы райондаштарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларға сауаптар насип булһын

Мәҫәлән, Әбделмәмбәт ауылынан Шәрипов Марсель Факил улы 10 000 һум тапшырған. Ураҙа айында ҡылған изгелеге үҙенә меңләтә сауап булып ҡайтһын.

Март урталарында “Газпром газ тәғәйенләү Өфө” йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе коллективы 11 000 һум йыйып тапшырған ине.

Ағиҙел ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙары 28 мартта тағы маскировка селтәре әҙерләй башланы. Мәһәҙей ауылынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар бауырһаҡтар бешергән.

Ҡәҙерле райондаштар! Ил именлеге һағындағы райондаштарыбыҙға күңел йылыбыҙҙы йәлләмәйек. Беҙҙән барған күстәнәстәр, әйберҙәр уларға тыуған яҡтарынан матур сәләм булып, яҡташтарының йөрәк йылыһын бүләк итһен!

 

СВО-лағы райондаштарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларға сауаптар насип булһын
СВО-лағы райондаштарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларға сауаптар насип булһын
СВО-лағы райондаштарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларға сауаптар насип булһын
СВО-лағы райондаштарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларға сауаптар насип булһын
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: