Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
7 Октябрь 2022, 16:15

Бойҙай (Булған хәл)

– Һеҙ, балалар, тылдағылар, фронттағыларға ярҙам күрһәтергә тейешһегеҙ, унда атайҙарығыҙ, ағайҙарығыҙ икмәк көтә. Ишетеп беләһегеҙҙер, минең тыуған ҡалам, Ленинградым, дошман ҡамауында. Туғандарым, күршеләрем, балалар астан ҡырыла. Бер ус бойҙай урлаған өсөн, кем булыуына ҡарамаҫтан – ҡаты яза. Егеттәр, салбарҙарығыҙҙың кеҫәләрен әйләндерегеҙ, ҡыҙҙар, күлдәктәрегеҙҙе билгә тиклем күтәрегеҙ. Ыштан төптәрендә бойҙай тапһам, яҡшылыҡ көтмәгеҙ!

Бойҙай (Булған хәл)
Бойҙай (Булған хәл)

Бойҙай (Булған хәл)

Кеше баҡыйлыҡҡа күсер алдынан үткән ғүмер биттәрен барлай, тиҙәр. Һикһәнен ҡыуған инәйем менән дә шулай булды. Беҙҙе һоҡландырғаны – уның ауыр ҙа, матур ҙа бала саҡ иҫтәлектәре. Хәтере яңылышып, әйберҙәренең ҡайҙа һалғанын онотоп, көндәр буйы яфаланһа ла, һуғыш михнәттәрен ап-асыҡ, яңылышмай тасуирлай, нимә әйтерҙәр тип, бәләкәсәйеп ҡалған күҙҙәрен төбәп, беҙҙән яуап көтә. Мин инде үҙем күптән әсәй кеше, был хәбәрҙәрҙе ҡат-ҡат тыңлауҙан ялҡып китһәм дә, эргәһендә тыныс ҡына ултырам, уның кисергәндәрен кино төҫлө күҙ алдыма килтереп һынландырырға, йәнләндерергә тырышам.

Ятҡан урынын рәтләйем тип, мендәрен күтәрһәм, төйөнсөк күрәм:

– Инәй, тағы ла тауыҡтарға һалған емде алып ингәнһең бит. Ана, емдәре алдында булмағас, баҡсаға инеп, еләгемде типкәндәр.

Һуңғы ваҡытта бындай хәл бик йыш ҡабатланды. Бойҙайҙың ишек алдынан хатта һауыты менән юғалыуына күнегеп бөткәнмен, өндәшмәйем.

Һүҙҙе үҙе башлай:

– Кесерткән араһын ҡара әле, балам. Шундалыр. Тиҙерәк барып ала һал. Яуыз Глаша килеп етер ҙә, бойҙайҙы табып, башыбыҙҙы төрмәлә серетер. Ас балаларына ике ус бойҙай алған өсөн Маһикамал төрмәнән әйләнеп ҡайта алманы. Ҡуянсыҡтан Шаһиҙәнең малайы туҡмалып, башы ҡортлап үлде.

Иртәнән кискә тиклем ашлыҡ таҙартабыҙ, асбыҙ, туйғансы ашағаныбыҙ юҡ, алабута, кесерткән кеүек үләндәр башта туйҙырғандай булһа ла, бик тиҙ асыҡтыра башлай.

Ҡайтырға сығыр алдынан бер-ике ус бойҙайҙы кеҫәбеҙгә тултырҙыҡ. Глаша һиҙеп ҡалды ла, урыҫ телендә ниҙер ҡысҡырып, беҙҙе ҡыуырға тотондо. Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа борсаҡ шикелле һибелдек. Ҡурҡыуҙан кескәй йөрәк дөп-дөп тибә. Глаша, бәпкәне эләктергән төйлөгән шикелле, эргәмдә йүгергән Маратты эләктереп алды, башына нимә менәндер һуҡты. Дуҫымдың «Ай-й!» тигән йөрәк өҙгөс тауышын ғына ишеттем, үҙем күрән шикелле ҡуйы кесерткәнлеккә йүгерҙем. Глашаның тауышы яҡын, артымда ғына ишетелә.

Ҡурҡыуымдан кесерткәндең аяҡ балтырҙарымды яндырып, өтөп алғанын да һиҙмәгәнмен, атларлыҡ хәлем ҡалмағас, ергә ятып шыуыша башланым. Ҡараңғылыҡ ерҙе ҡаплап, тауыш-тын баҫылғансы шунда яттым, кеҫәмде һәрмәп, ҡойолғандан ҡалған биш-алты бойҙай бөртөгөн ашаным, әллә ни тәмен дә белмәнем, биттәрем буйлап шыбырҙап аҡҡан тоҙло күҙ йәштәремдең әсеһен нығыраҡ тойҙом. Үҙем, хәүефләнеп, Марат тураһында уйлайым. Ҡайтып етә алдымы икән?

Әлдә ауылыбыҙға төшкән юл киң, аҙашманым.

Өләсәйем, мине йәлләп, иларға тотондо, эҫе һыуға ҡойоноп бешкән шикелле, биттәрем, ҡулдарым, аяҡтарым ҡабарып сыҡҡайны.

Ошо ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй, класташым Мараттың үлгәнен ишеттем. Башы гел ауыртып йөрөһә лә, ҡурҡып, бер кемгә лә әйтмәгән.

Кесерткән араһын ҡара, ҡыҙым, бойҙай шунда бит. Ҡаҙып ал да Глашаға илт инде, балаҡайым, ул дөрөҫөн әйтә, икмәк һуғыштағы фронтовиктарға кәрәк бит. Ниместәрҙе еңеп тиҙерәк ҡайт­һындар. Ул бойҙайҙы ниңә генә алдым инде, барыбер, ергә түгелеп, әрәм булды.

Бер аҙҙан хәүеф тулы күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары тоҡанғандай булды:

– Бойҙайҙы табып алып, бөртөгөн дә түкмәй-сәсмәй, һәйбәтләп күмеп ҡуйҙым әле, – ти, ҡәнәғәт йылмайып, – ҡыҙыл француз яулығыма төрөп. Осо күренеп торор. Ҡаҙып алғанда сағыла күрмә инде.

Инәйемдең әйткән һүҙҙәренә ышанмаһам да, барып ҡарарға булдым. Ысынлап та, бәрәңге баҡса­һының иң артында, ҡойма буйындағы кесерткәнлеккә һуҡмаҡ һалынғайны. Ауған кесерткәндәрҙән алға атлап барырлыҡ юл түшәлгән, ахыры, үҙе менән таяғын да алған булған, ҡулы менән йыра алмаҫ ине.

Төйөнсөктө тиҙ таптым.

Атаһын, бер туған ағаларын илай-илай һуғышҡа оҙатып, көтөп ала алмаған инәйемдең был тәүге яңылышыуы түгел, хәҙер ул хас сабый бала кеүек. Аңы берсә буръяҡланып, берсә сафланып киткән йылғаға оҡшаш. Зиһене яҡтырған мәлдәрендә унан да аҡыллыраҡ ҡеше юҡ, миңә аңлайышһыҙ хәлдәрҙең асылын төшөндөрөп бирә:

– Глаша тип һөйләгәнем – Глафира ул. Ленинградтан килгән, тинеләр. Ололарҙан ишетеп, Глаша тип йөрөттөк үҙен. Күрше Шәүлиә менән бергә йәшәне. Шәүлиә тигәнем – һинең әхирәтең Рәзиләнең өләсәһе. Килеү менән Глашаны бригадир итеп ҡуйҙылар. Һаламдай һап-һары сәсле, зәп-зәңгәр күҙле мәрйәнең үҙенә түгел, кейгән кейемдәренә һушыбыҙ китте, хас ҡурсаҡ ине. Артыҡ талапсан, уҫал булды. Бизмәнгә һалһаң, яманлығы күрһәткән изгелегенән ауырыраҡ тартыр инее - әллә күпме кешенең башына етте. Ситтән килгәнгәме, хужаларға ҡуштанларға яратты, кешегә һуғыуҙан да тартынманы.

Беҙҙең ниндәй ғәйебебеҙ булһын инде? Туйғансы ашарға теләй инек. Ә һеҙ әпәй валсыҡтарын тапап йөрөйһөгөҙ, һыныҡтарын юлға ташлап китәһегеҙ. Бойҙайҙы урамға сығарып һибәһең, тупраҡҡа ҡушылып, әрәм-шәрәм булып бысранып ята. Мин шул изге бөртөктәрҙе илай-илай усыма сүпләп алам да, бармаҡтарыма йомоп, күкрәгемә ҡыҫам. Эх, һеҙ аслыҡтың нимә икәнен белмәйһегеҙ шул. Ә мин беләм, ас булһаң, бер нимә лә кәрәкмәй, тик ашау тураһындағы уй мейене сүкей.

Бер көн беҙҙе, биш үҫмер ҡыҙҙы, ҡатындарҙы, ун дүрт-ун биш йәшлек малайҙарҙы ашлыҡ һалынған келәттәр алдына теҙеп ҡуйҙылар. Ҡаршыбыҙҙа асыуынан ҡыҙарып-бүртенеп киткән Глашаны күргәс, аптырашып, бер-беребеҙгә ҡараныҡ. Ни эшләтергә уйлай икән?

Ул, һәр беребеҙҙе күҙҙән үткәреп сыҡҡас, ҡулындағы таяғын әйләндерә-әйләндерә, һүҙ башланы:

– Һеҙ, балалар, тылдағылар, фронттағыларға ярҙам күрһәтергә тейешһегеҙ, унда атайҙарығыҙ, ағайҙарығыҙ икмәк көтә. Ишетеп беләһегеҙҙер, минең тыуған ҡалам, Ленинградым, дошман ҡамауында. Туғандарым, күршеләрем, балалар астан ҡырыла. Бер ус бойҙай урлаған өсөн, кем булыуына ҡарамаҫтан – ҡаты яза.

Егеттәр, салбарҙарығыҙҙың кеҫәләрен әйләндерегеҙ, ҡыҙҙар, күлдәктәрегеҙҙе билгә тиклем күтәрегеҙ. Ыштан төптәрендә бойҙай тапһам, яҡшылыҡ көтмәгеҙ!

Ҡурҡыштарынан быуынһыҙ ҡалған үҫмерҙәр, Глашаның талабына буйһоноп, кеҫәләрен аҡтара башланы. Тештәре керләнгән тараҡтар, ала-ҡола ҡағыҙ киҫәктәре, тағы әллә нәмәләр сүп булып өйөлдө.

– Ҡыҙҙар, ҡайһығыҙҙың күлдәктәрендә кеҫә бар? – тигәс, Минзилә:

– Минеке бар, тик буш, бер нәмә лә алманым, – тип күрһәтте. Сәскәләре ҡояштан уңып төҫһөҙләнгән күлдәк кейгән Мәрфуға:

– Мин барыбер күтәрмәйем, – тип тартҡылашып, бар көсөнә ҡулдары менән күлдәгенә сытырман йәбешеп, итәген аҫҡа һыпырырға маташты. Ҡыҙҙың илап ҡарышыуы Глашаны ярһытты ғына. Уның һыңҡылдап өҙгөләнеүенә иғтибар итмәйенсә, бригадир енләнеп ҡыҙ янына килде, көс менән күлдәк итәген күтәрҙе.

Бахыр ҡыҙҙың нәҙек боттары буйлап таҫма булып ҡан ағып төшкәйне. Бының ни икәнен тиҙ аңлаған ҡатын-ҡыҙҙар шаулаша башланы. Ҡыҙҙар, илашып, Мәрфуғаны ҡосаҡланы, егеттәр, ҡыйынһынып, ситкә боролдо. Глаша, бер ни әйтмәйенсә, шәп-шәп атлап, келәт артына инеп юғалды.

Бер нисә көндән өйөбөҙгә тетрәндергес хәбәр килде: Мәрфуға аҫылынып үлгән. Ныҡ ғәрләнгәндер инде халыҡ алдында. Етмәһә, оҡшатып йөрөгән егете лә шунда булған, тиҙәр.

– Меҫкен ҡыҙ баланы Глаша ғына харап итте, – тип бик оҙаҡ онота алманылар. Мәрфуғаның үлеменән һуң күп тә үтмәне, Глаша юҡҡа сыҡты. Ахыры, халыҡтың ризаһыҙлығынан ҡурҡып, икенсе районға күсерҙеләр. Беҙҙе, үҫмерҙәрҙе лә, бойҙай эҙләп, тентеүҙән туҡтанылар. Аслыҡ йөрәгебеҙҙе, эсебеҙҙе нисек кенә көслө һурмаһын, түҙҙек, бер бөртөк бойҙайға ла бүтәнсә ҡағылманыҡ.

...Инәйем һуңғы көндәрендә гонаһ тураһында туҡтауһыҙ һөйләр булып китте, йәшергән бойҙайын Глашаға алып барып биреүҙе үтенде, аяҡтары йөрөмәй башлағас, мендәр аҫтына икмәк һыныҡтарын йәшерә башланы.

– Инәй, әле генә әпәкәй бешерҙем, он етерлек, – тиһәм дә, аңламаны. Хәбәрҙәрен тыңлап, күҙ йәштәремә мансылған саҡтарым йыш булды.

Әле ҡош-ҡортҡа ем һипкән һайын, кесерткән араһына йәшерелгән бойҙай иҫемә төшә. Эргәмдә, етендәй ап-аҡ сәстәрен рәтләй-рәтләй, яулыҡ аҫтына ҡыҫтырып, инәйем ҡарап тора төҫлө...

 

Гөлсирә Шафиҡова.

 

Автор:
Читайте нас: