Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
8 Июнь 2022, 10:00

Терроризмға ҡаршы саралар үтәлмәй

Район прокуратураһы тарафынан райондың белем биреү учреждениеларында терроризмға ҡаршы талаптарҙың үтәлешенә тикшереү үткәрелде.

Терроризмға ҡаршы саралар үтәлмәй
Терроризмға ҡаршы саралар үтәлмәй

Тикшереү барышында белем биреү учреждениелары объкттарында (биләмәләренд) РФ Хөкүмәте Ҡарары менән раҫланған талаптарҙың үтәлмәүе асыҡланды.

Бер нисә белем биреү ойошмаһында комиссия ағзалары тарафынан эшләнгән һәм раҫланған хәүефһеҙлек паспорты юҡ; терроризмдан һаҡланыуҙы тәьмин итеү буйынса сараларҙы үткәреү өсөн яуаплы вазифалы кешеләр тәғәйенләнмәгән; объекттар тревогалы сигналдарҙы тапшырыу системалары менән йыһазландырылмаған; хеҙмәткәрҙәр менән объекттарҙа (биләмәлә) сит кешеләр һәм шикле әйберҙәр килеп сыҡҡан осраҡта нисек эш итеү буйынса практик занятиелар һәм инструктаждар үткәрелмәгән, шулай уҡ уҡыуҙар һәм күнекмәләр үткәрелмәй, объекттарҙы һаҡлау тәьмин ителмәгән; видеокүҙәтеү системаһы мәғлүмәттәрҙе билдәләнгән ваҡыт дауамында  һаҡлауҙы һәм архивлаштырыуҙы тәьмин итмәй һ.б.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса район прокуратураһы тарафынан Белорет район-ара судының Иҫке Собханғолдағы даими судына терроризмға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу осраҡтарын бөтөрөү буйынса бурыстарҙы йөкмәтеү тураһында юллау ғаризаһы ебәрелде. Әле ул ҡаралыу өҫтөндә. Юллауҙы ҡарау барышы күҙәтеү ведомствоһы контролендә.

Автор:Р. Әминев, район прокуроры ярҙамсыһы
Читайте нас: