Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары А.Әлибаков рәйеслегендә комиссия ағзалары, район прокуроры ярҙамсыһы, ойошма һәм учреждение етәкселәре ҡатнашлығында муниципаль райондың терроризмға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.
Унда мәғариф учреждениеларында һәм күп халыҡ ҡатнашлығында спорт саралары үткәргән осраҡтарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, объекттарҙың терроризмдан һаҡланыу сараларын көсәйтеү буйынса эшләнгән эштәр барланып, киләсәккә эш пландары ҡабул ителде. 9 сентябрҙә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 6 саҡырылыш депутаттарын һайлау осоронда граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм тәртип һаҡлау буйынса етди һөйләшеү булды.
Ултырышта шулай уҡ “Муниципаль район Бөрйән районы биләмәһендә терроризм идеологияһына ҡаршы тороу буйынса комплекслы план”дың үтәлеше, комиссия тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ауыл хакимиәттәре, ойошма һәм учреждениелар тарафынан үтәү торошо буйынса терроризмға ҡаршы комиссия секретары Д.Аҡыевтың сығышы тыңланды, планға ярашлы тәҡдим ителгән сараларҙың һис һүҙһеҙ билдәләнгән ваҡытҡа үтәлергә тейешлегенә баҫым яһалды.