Һалым тураһында белдереүҙәр алыуҙың иң уңайлы ысулы — электрон формала Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында www.nalog.gov.ru “Һалым түләүсенең физик шәхестәр өсөн шәхси кабинеты” сервисында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында.
Дәүләт хеҙмәттәре порталында һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙары алыу өсөн һалым органдарынан документтарҙы электрон формала алырға теләүең тураһында һалым органына белдереү ебәрергә кәрәк. Быны туранан-тура Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Һалым белдереүҙәре» бүлегендә эшләргә мөмкин.
Башҡортостан Республикаһында 2022 йылда мөлкәткә һалым түләү тураһында белдереүҙәрҙең 36 проценты тиерлек (770 меңдән ашыу) граждандарға электрон формала ебәрелгән.
Һалым органдары менән электрон документ әйләнешенә тоташмаған һалым түләүселәр өсөн һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙары почта аша йәшәү урыны буйынса теркәлеү адресына ебәрелә.
Һалым тураһында белдереү ебәрелмәгән осраҡтар
Һалым тураһында белдереүҙәр граждандың һалым льготаһы, һалым ташламаһы йәки закон менән билдәләнгән һалым объекты хужаһын һалым түләүҙән тулыһынса азат иткән башҡа нигеҙҙәре булған осраҡта ебәрелмәй.
Мәҫәлән, пенсионерҙың бер генә фатиры, бер баҡса йорто, майҙаны 50 квадрат метрҙан артыҡ булмаған хужалыҡ ҡоролмаһы һәм алты сутый майҙанлы бер ер участкаһы булһа, федераль льготалар иҫәбенә генә уның һалым йөкләмәләре нулгә тиң буласаҡ.
Һалымдарҙың дөйөм суммаһы 100 һумдан артмаған һалым түләүселәргә лә һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙары бирелмәй. Тик календарь йылда һалым тураһында белдереү ҡағыҙы ебәрелергә тейешле ваҡыт үткән булһа, һалым органы һалым тураһында белдереү ҡағыҙы ебәреү мөмкинлеген юғалта (Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 52-се статьяһы).
Һалым тураһында белдереү ҡағыҙы килмәне. Нимә эшләргә?
Әгәр һалым тураһында белдереү электрон рәүештә лә, почта аша ла килмәһә, һалым түләүсе уны алыу өсөн Күп функциялы үҙәктең теләһә ҡайһы үҙенә уңайлы булған офисына йәки һалым органына мөрәжәғәт итә ала.
Шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталында һалым белдереүҙәрен электрон формала һәм ваҡытында алыуҙы йәки Һалым түләүсенең шәхси кабинетына инеп ҡарауҙы көйләй алаһығыҙ.
Физик шәхестәрҙең 2022 йылға мөлкәт һалымы 2023 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмай түләнергә тейеш.
Милеккә һалым тулыһынса төбәк һәм урындағы бюджеттарға, шул иҫәптән граждандарҙың йәшәү сифатына туранан-тура йоғонто яһаусы социаль яҡлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау программаларын финанслауға тапшырыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линияһына +7 (347) 215-10-70 (өҫтәлмә һандар 55 55) телефонына йәки 8 800 222-22-22 телефоны буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең бәйләнеш үҙәгенә шылтыратығыҙ.
Хөрмәтле райондаштар!
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, Бөрйән районы халҡының 2022 йылға милек һалымы буйынса бурысы 2023 йылдың 10 октябренә ҡарата 3,6 млн һум тәшкил итә. Һалым түләү кампанияһы башланғандан алып 2023 йылдың 1 сентябренән 27 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының тупланма бюджетына 3 млн һум ингән (16,6 %).
Һалым йөкләмәләрен үтәү гражданлыҡ яуаплылығының айырылғыһыҙ өлөшө һәм республикабыҙ үҫешендә мөһим фактор булып тора. Һалым түләү буйынса конституцион йөкләмәләребеҙҙе ваҡытында үтәйек. 2022 йылға физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымын 2023 йылдың 1 декабренә тиклем түләп өлгөрәйек.