Милек һалымы буйынса льготаларға хоҡуғы булған граждандар һалым органдарын был турала белгертергә тейеш. 2022 йыл өсөн физик берәмектәр үҙенең мөлкәтенә, еренә һәм транспортына һалымды дөрөҫ иҫәпләтеү маҡсатында 2023 йылдың 1 апреленә тиклем һалым буйынса льготаларға хоҡуғы барлығы тураһында һалым органына ғариза бирергә тейеш.
Алдан һалым льготаһы менән ҡулланғандарға ҡабаттан ғариза биреү кәрәкмәй. Ғаризаны 2022 йылда тәүгә льготаға хоҡуғы барлыҡҡа килгән граждандар бирергә тейеш.
Пенсионерҙарға, хаҡлы ялға сығырға йөрөүселәргә, I һәм II төркөм инвалидтарына, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгәндәргә, 50 квадрат метрҙан артмаған хужалыҡ ҡаралтылары эйәләренә һалымға льгота алыу өсөн ғариза бирмәҫкә лә мөмкин. Улар өсөн льгота Рәсәй пенсия фонды, Росреестр, социаль яҡлауҙың төбәк органдары мәғлүмәттәре нигеҙендә ғаризаһыҙ бирелә. Ә хеҙмәт ветерандарына, III төркөм инвалидтарына транспорт һалымы буйынса льготаға ғариза яҙырға кәрәк.
Һалым льготаһын биреү тураһында ғариза формаһы, уны тултырыу тәртибе, бындай ғаризаны электрон формала биреү форматы Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 2017 йылдың 14 ноябрендәге ММВ-7-21/897-се һанлы бойороғо менән раҫланған. Һалым түләүселәргә ғариза менән бергә льготаға хоҡуҡты раҫлаған документтарҙы ла тапшырырға кәрәк.
Ғаризаны «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисы, күп функциялы үҙәк бүлексәләре (МФЦ) аша бирергә, почта аша ебәрергә йәки һалым инспекцияһына шәхсән мөрәжәғәт итергә була.
Тағы ла шуныһы мөһим!
БР «Транспорт һалымы тураһында»ғы законына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Украинаның Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре территорияларында үткәрелгән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан физик шәхестәр, шул иҫәптән РФ Хәрби көстәренә өлөшләтә мобилизациялау буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар транспорт һалымын түләүҙән азат ителә.
Һалым түләүҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙе, шул иҫәптән мобилизацияланған граждан йәки уның ғаилә ағзалары - никахта торған граждандың тормош иптәше, никахта тормағандарҙың атаһы йәки әсәһе азат ителә.
Һалым түләүҙән азат итеү һәр типтағы бер транспорт сараһына, мотоциклдарға, мотороллерҙарға, еңел, йөк автомобилдәренә, башҡа үҙйөрөшлө транспорт сараларына, пневматик һәм сылбырлы тәгәрмәсле машиналарға һәм механизмдарға ҡарата бирелә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, шул иҫәптән мобилизацияланғандар түләү ваҡыты 2023 йылдың 1 декабренә тиклем булған 2022 йылдың һалым осоро өсөн транспорт һалымын түләүҙән азат ителә.
Был ярҙам сараларын ҡулланыу өсөн мобилизацияланғандарға һалым органдарына мөрәжәғәт итеү талап ителмәй. Сөнки улар тураһында мәғлүмәттәр Рәсәй Оборона министрлығының Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте менән ведомство-ара мәғлүмәти хеҙмәттәшлек итеүе сиктәрендә киләсәк. Тормош иптәшенә, атаһына йәки әсәһенә льгота бирелгән осраҡта, һалым органына ғариза яҙырға кәрәк.
Бөтә мөлкәт һалымдары буйынса һалым ташламалары (һалым ҡайтармаһы) исемлеге менән Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Мөлкәт һалымдары буйынса ставкалар һәм ташламалар тураһында белешмә мәғлүмәт» электрон сервисы ярҙамында танышырға мөмкин. (https://www.nalog.gov.ru).
Һалым льготаһын биреү тураһындағы ғаризаны 2023 йылдың 1 апреленә тиклем бирергә кәрәк.
Рәсәй һалым хеҙмәтенең БР буйынса 20-се район-ара инспекцияһы.