Бөтә яңылыҡтар
Һалым - бюджет сығанағы
16 Сентябрь 2022, 13:00

Һалым түләү тураһында иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратыла башланы

Һалым инспекцияһы физик берәмектәргә мөлкәт һалымдарын түләүгә белдереү ҡағыҙҙары ебәрә башланы һәм граждандарға мөлкәт һалымдарын ваҡытында түләү бурысы тураһында иҫкә төшөрә. 2021 йылға физик берәмектәрҙең мөлкәтенә, ергә һәм транспортҡа һалым түләүҙең һуңғы көнө - 2022 йылдың 1 декабре.

Һалым түләү тураһында иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратыла башланы
Һалым түләү тураһында иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратыла башланы

Иғтибар итегеҙ! «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» интернет-сервисында теркәлгән граждандарға һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙары электрон рәүештә ебәреләсәк. Башҡа һалым түләүселәр һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙарын почта аша аласаҡ.


Алынған һалым белдереүендә һалым суммаһы һәм уны түләү өсөн мәғлүмәт сағылдырыласаҡ (QR-код, штрих-код, УИН, түләүҙең банк реквизиттары). Шулай итеп, түләүсе һалым түләүҙең үҙенә уңайлы теләһә ниндәй ысулын һайлай ала.


Шәхси кабинет менән ҡулланыусыларҙың түләүгә дөйөм һалым суммаһы сервистың тәүге битендә билдәләнгән. Шунда уҡ түләүгә күсергә, шулай уҡ иҫәпләнгән сумманы аныҡларға мөмкин.


Әгәр һалым белдереүендә булған мәғлүмәттәрҙә милек объекттары тураһында хата мәғлүмәт булһа һәм(йәки) билдәле өҫтәмәләр талап ителһә, мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн мәғлүмәтте туранан-тура «Шәхси кабинет»тан ебәрергә мөмкин.


Шәхси кабинет менән ҡулланыусы сервисҡа инеү реквизиттарын юғалтһа, уларҙы теләһә ниндәй һалым органына йәки күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итеп алырға мөмкин. Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ алып килергә кәрәк. Шәхси кабинетҡа шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы профиль ярҙамында инергә мөмкин.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һалымдарҙы ваҡытында түләмәү пеня өҫтәүгә, шулай уҡ суд тәртибендә бурысты ҡайтарыуға, эш хаҡынан, пенсиянан, банктағы иҫәптәрҙән йәки суд приставтары хеҙмәте аша һалым өсөн аҡсаны тотоп ҡалыуға килтерә.

Автор:Рәсәй һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 20-се район-ара инспекцияһы.
Читайте нас: