Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Февраль 2023, 16:40

“Атайым Сталинград мәхшәрен күҙҙәренә йәш алып һөйләне...”

...Миңә биш йәш тирәһе булдымы икән, бер ваҡыт беҙгә Ғизетдин бабай килде. Ул да һуғышта булған. Гәзит киҫәгенә махорка төрөп, тимер мейес алдында шым ғына һөйләшкәндәренән мин бер моментты ғына онотолмаҫлыҡ итеп хәтергә һалғанмын. Атайым артиллерия батареяһы командиры булған. Снарядтан ер иҙелеп бөткән, орудиелар бата ла ҡуя, аттарҙың көсө етмәй икән. Приказ - алға! Аптырағас...

“Атайым Сталинград мәхшәрен күҙҙәренә йәш алып һөйләне...”
“Атайым Сталинград мәхшәрен күҙҙәренә йәш алып һөйләне...”

Кисә-бөгөн телевизорҙа Сталинград өсөн көрәш тураһында күп күрһәтелде. Атайым да (Йәғәфәров Яхъя Мөжәүир улы – ред.) ошо Сталинград вәхшәте аша имен үтеп, Берлинға етеп, хатта япондар менән яулашып, артыҡ тән йәрәхәтһеҙ һигеҙ йылдан әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуң, хатта һикһәненсе йылдарға тиклемдер әле, яуҙарҙың эсендә ысын һуғышыусылар яу яландары хаҡында кешегә түгел, ғаиләһенә лә һөйләргә яратмайҙар ине. Миңә биш йәш тирәһе булдымы икән, бер ваҡыт беҙгә Ғизетдин бабай килде. Ул да һуғышта булған. Гәзит киҫәгенә махорка төрөп, тимер мейес алдында шым ғына һөйләшкәндәренән мин бер моментты ғына онотолмаҫлыҡ итеп хәтергә һалғанмын. Атайым артиллерия батареяһы командиры булған. Снарядтан ер иҙелеп бөткән, орудиелар бата ла ҡуя, аттарҙың көсө етмәй икән. Приказ -алға! Аптырағас, тәгәрмәс аҫтына һалдат мәйеттәрен һалып сыҡтыҡ, тине күҙенә йәш алып, бышылдап ҡына. "Сталинградтың иң ҡыйын мәле шул" тигәне һаман ҡолаҡта тора һымаҡ.

Зәйтүнә Шәрипова, филология фәндәре докторы.

 

Автор:
Читайте нас: