Совет һалдаттарының батырлыҡтары, Тыуған ил сиктәрен һаҡлаусы Рәсәй яугирҙарының, шулай уҡ локаль бәрелештәрҙә һәм хәрби конфликттарҙа ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ҡаһарманлығы хаҡындағы хәтерҙе һаҡлау һәм мәңгеләштереү, үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек һәм яугир-геройҙарҙың ҡаһарманлыҡтары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, Рәсәйҙең хәрби-тарихи мираҫын һаҡлау маҡсатында иң яҡшы әҙәби хикәйә, очерк, шиғыр, һүрәт, фотоһүрәт, эпик, тарихи һәм хәрби-патриотик йөкмәткеле йыр һүҙҙәренә йыл һайын “Бөйөк Еңеү геройҙары - 2025” исемле Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсы үткәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт: героивеликойпобеды.рф сайтында.