Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
24 Октябрь 2024, 10:45

Райондашыбыҙ яңы глэмпинг асҡан

“Аҡбулат” глэмпингы Бөрйән районында “Алтын солоҡ” заказнигы биләмәһендә – Иҫке Собханғол – Мораҡ автомобиль юлы эргәһендә, бөтә донъяға танылған Шүлгән мәмерйәһенән 9 саҡрым тирәһе генә алыҫлыҡта урынлашҡан.

Райондашыбыҙ яңы глэмпинг асҡан
Райондашыбыҙ яңы глэмпинг асҡан

Бөрйән районында йәшәүсе туризм менән шөғөлләнеүсе Урал Хәлиуллин – элекке мәктәп директоры. Унан алда Иҫке Собханғол ауылында үҫмерҙәр клубы булдырып, күпмелер ваҡыт уның менән үҙе етәкселек итә. Тап шул мәлдәрҙә Урал Шәриф улы туризм менән мауығып китә һәм үҙенең турфирмаһын ойошторорға ҡарар итә. Был турала Радий Хәбировтың социаль селтәрҙә бизнес вәкилдәре менән аралашыу өсөн төҙөлгән төркөмөндә бәйән ителә.

У. Хәлиуллин фекерҙәштәре менән үҫеш стратегияһын төҙөйҙәр, бизнес-план яҙа, район үҙәгендә ҡунаҡхана менән офисты тәртипкә килтерә, Мәндәғол ауылында туристик база төҙөй башлай.

Уның предприятиеһы ваҡытында Бөрйән районында теркәлгән берҙән-бер туроператор  була. Урал Хәлиуллин 2011 йылда “Йыл эшҡыуары” республика конкурсында еңеү яулай – эске туризм өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар булып таныла.

2023 йылда Урал Шәриф улы ер участкаһын документлаштыра һәм “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә “Аҡбулат” глэмпингын ойоштороу проекты менән сығыш яһай.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк – “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” бизнесҡа ярҙам итеү йәһәтенән бик уңайлы һәм ҙур ихтыяж менән файҙаланған инструмент. Ул Башҡортостанда “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһын хуплау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Бынан тыш, бизнесмен республика конкурсында еңеп сығып, капиталь төҙөлөш булмаған модулле урынлаштырыу саралары булдырыуға грант ота.

“Аҡбулат” глэмпингы Бөрйән районында “Алтын солоҡ” заказнигы биләмәһендә – Иҫке Собханғол – Мораҡ автомобиль юлы эргәһендә, бөтә донъяға танылған Шүлгән мәмерйәһенән 9 саҡрым тирәһе генә алыҫлыҡта урынлашҡан.

Инфраструктураның яңы саралары булдырылыу һөҙөмтәһендә йылдан-йыл күберәк туристар үҙҙәре өсөн Башҡортостанды асыу мөмкинлеген ала.

Роман Якимчук. “Башинформ”.

 

Райондашыбыҙ яңы глэмпинг асҡан
Райондашыбыҙ яңы глэмпинг асҡан
Райондашыбыҙ яңы глэмпинг асҡан
Автор:
Читайте нас: