-Сараны асыу тантанаһында Мораҙым филиалы етәксеһе Филүс Фәтих улы был сараның әһәмиәтен, мәктәп туҡланыуына иң төп байлығыбыҙ – балаларыбыҙҙың һаулығы бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Мораҙым филиалы базаһында ашнаҡсылар араһында “Сәләмләү. Конкурсанттар менән танышыу”, “Милли йүнәлештә өҫтәл сервировкалау” тип аталған тематик өҫтәлдәр конкурс-күргәҙмәһе, “Һорау - яуап” блиц-турниры, “Билмән эшләү", тиҙлеккә винегрет салаты әҙерләү бәйгеләре ойошторолдо. Конкурсанттар барыһы ла ныҡлы әҙерлек менән килгән инеләр.
Байрам сараһы Мораҙым филиалы уҡытыусылары һәм уҡыусыларының йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Был һөнәри ярышта Байназар мәктәбе ашнаҡсыһы Идалина Нәсимә Марат ҡыҙы Гран- приға лайыҡ булды. Мәһәҙейҙән Әминә Мәсәғүтова – 1-се, Мораҙымдан Илсиә Моратшина – 2-се, Яуымбай филиалынан Гөлнәфис Хәйбуллина 3-сө урынға сыҡты.
Мәктәп директоры Исмәғилева Нүрзилә Сәғит ҡыҙы конкурсты ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе һәм ашнаҡсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы, - тип хәбәр итәләр Байназар урта мәктәбе төркөмөндә.