Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Октябрь , 09:10

Берҙәм дәүләт имтихандарында минималь балл күрһәткестәре нисек буласаҡ?

РФ Мәғариф министрлығы бойороҡ проекты менән 2025/2026 уҡыу йылына Берҙәм дәүләт имтихандарына минималь балдарҙы билдәләгән. Ҡайһы предметтан нисек буласаҡ?

Берҙәм дәүләт имтихандарында минималь балл күрһәткестәре нисек буласаҡ?
Берҙәм дәүләт имтихандарында минималь балл күрһәткестәре нисек буласаҡ?

Проектҡа ярашлы, рус теле буйынса имтихан биреү өсөн минималь балл 42,  математика буйынса – 39, физика буйынса – 39, йәмғиәт ғилеме буйынса – 42, тарих буйынса – 35, информатиканан – 44, сит телдәрҙән – 30, рус әҙәбиәтенән – 40, биология буйынса – 39, географиянан – 40 һәм химия буйынса 39 балл билдәләнгән.

2024/2025 уҡыу йылы менән сағыштырғанда, 2025/2026 уҡыу йылына рус теле буйынса БДИ-ның минималь балы 2-гә артҡан – элек ул 40 балл булған. Ә йәмғиәт ғилеме буйынса минималь балл 45-тән 42-гә кәметелгән.

“Башинформ”дан.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: